Салауат Юлаев Игорь Захаркин етәкселегендә рәттән икенсе уйында еңеүгә өлгәште

Кисә яҡташтарыбыҙ Загреб ҡалаһында Медвешчак менән көс һынашты. Һуңғы 6 уйында еңелеү белмәгән Хорват клубын юлаевсылар 3-кә 2 иҫәбе менән тар-мар итте. Артабанғы уйындарын беҙҙең команда Өфөлә уҙғара. 7 октябрҙә улар Братиславанан “Слован”ды ҡаршылай.  Салауат Юлаевтың тренерҙар штабында ла үҙгәрештер дауам итә. Составты Николай Борщевский тулыландарауы ихтимал. Ул быға тиклем Захаркин менән бергә Вячеслав Быков штабында СКА-ла эшләне, артабан Локомотив һәм Атлант командаларында баш тренер вазифаһын башҡарҙы.



Последние новости

Яндекс.Метрика