Санкцияларҙың ыңғай яғы

Рәсәйҙең европа илдәренең аҙыҡ-түлек тауарҙарын сикләүе тураһындағы ҡарары, был берлеккә ингән дәүләттәргә йөҙ миллиард евро күләмендәге зыян килтерәсәк. Санкцияларға ҡаршы яуаптар Европала кәм тигәндә лә ике миллион кешене эшһеҙ ҡалдырасаҡ. Илгә ауыл хужалығы тауарҙарын индереүҙе тыйыу урындағы фермерҙарға ярҙам буласаҡ, тигән фекерҙә белгестәр. Әлшәй йүнселдәре был яңылыҡтарҙан нимәләр өмөт итә. Раевкала үҙ предприятиеһын асҡан Олег Евграфов исеме республика ғына түгел, ә Рәсәй төбәктәрендә лә яҡшы таныш. Яңы сығарылған ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре, тауыҡ себештәрен һатыуҙы төбәк-ара кимәлгә тиклем еткерә алған хужа өсөн әле иң ҡыҙыу эш мәле. Тап июнь-июль инкубатор менән шөғөлләнеүселәр өсөн тотош йылды билдәләй торған осор, ти йүнсел. Европаның санкциялары Рәсәй ауылы киләсәге, тигән фекерҙә йүнсел. Олег Евграфовты, мәҫәлән, инвестор тип тә атарға мөмкин. Миллион ярым һумлыҡ грантты Дәүләкән районында алһа,  бөтә сығымдар Әлшәйгә йүнәлтелгән. Тимәк, был урындағы ҡаҙнаға өҙтәмә аҡса, тигән һүҙ. Тик, етештереү ҡеүәтен үҫтереүҙә әлеге лә баяғы ҡаршылыҡтар осрай. Был тәү сиратта, бюрократияға бәйле. Ошо сәбәпле өҫтәмә эш урындары булдырыуҙа ҡыйынлыҡтар осрай. Бар эш ғаилә өҫтөнә төшә. Йүнселдең төп ярҙамсыһы ла уның улы.Раевкалағы был йәмғиәт Евроберлек сәйәсәтенә бәйле бөтә мәғлүмәттәрҙе лә ентекле өйрәнеп бара. Доллар, евро курсы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай.  Тик иҡтисад мәсьәләләре фермер һәм ябай һатып алыусы араһындағы мөнәсәбәткә ҡамасаулай алмай. Тәүге урында сифат, тауарҙың яҡшы булыуы. Яңы сикләүҙәр Рәсәй төбәктәрендә ҡошсолоҡ тармағын үҫтереү өсөн ашығыс саралар ҡабул итергә лә этәргес. Әлшәйҙә, мәҫәлән, яҡын арала инкубаторлыҡ өлкәһенә иғтибар артырға тейеш. Урындағы фермерҙар шулай уҡ, дәүләкән районы менән уртаҡ иҡтисади зона булдырыу кәрәклеген әйтә. Берлектәге сауҙа килемле буласаҡ. Рәсәйҙең сит илдәр тауарҙарын сикләү тураһындағы ҡануны фермерлыҡ хәрәкәтен камиллаштырыуҙың бер юлы буласаҡ. Тик һөҙөмтәләр көтөргә әлегә иртәрәк. тәүге уңыштар кәм тигәндә лә ике-өс йылдан һуң ғына билдәле буласаҡ. 

Яндекс.Метрика