Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм Брикс илдәре самиттарына Өфө тулыһынса төҙөкләндерелде

Мәҫәлән, аэропорт юлында йәйәүлеләр һәм автомобилдәр өсөн бер нисә күпер файҙаланыуға тапшырылды. Шулай уҡ, яҡын тирәлә йәшәүселәрҙе борсомаҫ өсөн машиналар тауышын кәметеүсе стеналар эшләнде. Быға тиклем Чесноковка ауылында йәшәүселәр Өфөгә барыр өсөн күпмелер ваҡытта тығындарҙа  ултыра ине. Хәҙер төп трасса аша күпер һәм юлдар һалынғас тиҙ генә боролоп сығып китергә мөмкин. Көн һайын руль артында йөрөгән Илдар Кәримов уңайлыҡтарға шатланып бөтә алмай. Чесноковка ауылы янындағы светофор арҡаһында аэропорт юлында ла тығындар барлыҡҡа килә торғайны. Хәҙер унан йөрөүсе автоһәүәҫкәрҙәргә лә бер ҡыйынлыҡһыҙ үтергә мөмкин. Быға тиклем Өфө-Аэропорт юлында йыш ҡына юл-транспорт ваҡиғалары теркәлде. Йәйәүлеләр оҙаҡ көтөп тормаҫ өсөн юлды йүгереп үтергә мәжбүр булды. Был иһә фәжиғәле осраҡтарға ла килтерҙе. Туҡталыштар янында һәм кеше күп йөрөгән урындарҙа именлекте тәьмин итер өсөн Өфө-Аэропорт юлында бер нисә күпер файҙаланыуға тапшырылды.  Кешеләрҙе ямғыр, ҡар һәм елдән һаҡлар өсөн күпер көплө итеп эшләнгән. Ә ҡояш нурҙары төшмәһен өсөн быялалары ҡараңғатылған. ШОс һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышында аэропорт, отельдәр, юлдар һалынды. Конгресс холл бинаһы төҙөкләндерелде. Башҡортостан концерт залы яңыртылды. Аэропорттың халыҡ-ара терминалы төҙөлдө. Хәҙер ул сәғәтенә 800 пассажирҙы хеҙмәтләндерә ала. Республика президенты әйтеүенсә, быларҙың барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә.ШОС һәм БРИКС саммиттарына һанаулы ғына көндәр ҡалды.  Республика сит ил ҡунаҡтарын ҡабул итергә тулыһынса әҙер. Был халыҡ-ара форумдар Башҡортостанды донъяға танытыу йәһәтенән бик мөһим.

Яндекс.Метрика