Шанхайҙа БРИКС дәүләттәренең уртаҡ банкы эш башланы

Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡабул ителгән ҡарарҙар ғәмәлгә ашырыла башланы. Шанхайҙа БРИКС дәүләттәренең уртаҡ банкы эш башланы. БРИКС банкының фонды илле миллиард долларға тиң. Һуңынан сумма йөҙ миллиард долларға етәсәк. Яңы финанс институт булдырыу тураһындағы рәсми ҡарар Өфөләге саммит ваҡытында ойошмаға ингән дәүләттәр башлыҡтары тарафынан ыңғай баһа алғайны. БРИКС илдәренең үҙәк банктары үҙ-ара ярҙам тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.  Документҡа ярашлы, Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм ЮАР БРИКС илдәренең валюта резервын булдыра. Ул 100 миллиард доллар самаһы. Ойошманың беренсе Президенты вазифаһына Һиндостан вәкиле тәғәйенләнде. Директорҙар советы рәйесе – Бразилиянан. 



Последние новости

Яндекс.Метрика