ШОС һәм БРИКС самиттарында ҡатнашыусыларҙың күбеһе Башҡортостанда тәүге тапҡыр килә һәм Рәсәйҙә ошондай күркәм урын булыуына һоҡланыуын йәшермәй

Ысынлап та, башҡалабыҙ күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Был тәү сиратта Башҡортостанда саммиттарға ике йыл дауамында ныҡлы әҙерлек һөҙөмтәһе. Күркәм, таҙа урамдар, яңы биналар. Республика һәм башҡала төбәк өсөн генә хас ҡунаҡсыллыҡ менән абруйлы сараға әҙерләнде.  Рәсәй Президенты Владимир Путин Европа менән Азия ҡушылған ерҙә урынлашҡан Башҡортостандың башҡалаһының әҙерлеген юғары баһаланы.  Был хаҡта ул Кытай халыҡ республикаһы етәксеһе Си Цзиньпинь менән ике яҡлы осрашыуҙа белдерҙе. Ә ҡытай етәксеһе Өфөнөң күркәмлеге менән самолет тәҙрәһенән һоҡлана башлауын белдерҙе. Иң беренсе урмандарҙың, йәшеллектең күплеге хайран иткән. Белорусия етәксеһе Александр Лукашенко Өфөнө маҡтап ҡына ҡалманы, Белорусияның Минск ҡалаһы менән оҡшашлығын да билдәләне. Әле Ер шарында йәшәүсе дөйөм халыҡтың яҡынса яртыһын берләштергән ШОС һәм БРИКС ойошмаларының самиттары аша, миллиардлаған кеше Өфө һәм Башҡортостан тураһында мәғлүмәт ала. Президенттар  фекерҙәренән сығып шуны әйтергә мөмкин- Өфө сараға лайыҡлы әҙерләнгән  һәм был самиттар  әле оҙаҡ йылдар дауамында  Башҡортостан абруйын юғары кимәлдә тотоу мөмкинлеген бирәсәк.



Последние новости

Яндекс.Метрика