ШОС һәм БРИКС саммиттарына Башҡортостанға сит илдәрҙән 10 меңдән ашыу ҡунаҡ киләсәк

Сараны ойоштороусылар уларҙың һәр береһенә яңыртылған ҡаланы ғына түгел, Рәсәйҙәге барлыҡ халыҡтарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен күрһәтергә лә ниәтләй. Яңы скверҙар һәм парктар,  яңынан төҙөлгән халыҡ-ара аэропорт һәм юл үткәүелдәре. Бындай үҙгәрештәргә, айырыуса, башҡалала йәшәүселәр шатлана. Тиҙҙән тимер юл вокзалын да төҙөкләндереү көтә, ҡалалағы иң ҙур фонтан да эшләй башланы. Саммиттар Башҡортостанға ШОС һәм БРИКС илдәре менән бәйләнештәр булдырыуҙа киң мөмкинлектәр аса.  Республика башлығы Рөстәм Хәмитов мин ШОС илдәренең төбәк кимәлендә хеҙмәттәшлек итеүен теләйем. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙҙең өсөн шулай уҡ Башҡортостанды донъяға танытыу ҙа мөһим, тине.

Яндекс.Метрика