ШОС һәм БРИКС саммиттарына төбәп республикала ғәйәт ҙур эш башҡарылды

Быны һәр кем күрә һәм Өфөнөң күҙгә күренеп матурланыуынан һоҡланыуын йәшермәй. Тиҙҙән Ағиҙел йылғаһының яр буйы ла танымаҫлыҡ буласаҡ. Тиҙҙән баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары С.Юлаев һәйәкәленән алып “Юность” спорт-һауыҡтырыу компелексына тиклемге 1 км арауыҡты Ағиҙел яры буйлап үтә аласаҡ. Бында автомобилдәр, йәйәүлеләр һәм велосипедта йөрөүселәр өсөн  махсус юлдар һалына.Яр буйын төҙөкләндереү эштәре былтыр декабрь айында башланды. Проект буйынса 2016 йылдың ноябренә тиклем ошо арауыҡта асфальт түшәү, яр буйҙарын нығытыу ҡаралған.Яр буйын төҙөкләндереү эштәрен былтыр декабрь айында башлайҙар. ШОС һәм БРИКС саммиттарына эште өлөшләтә тамамлау өсөн бер нисә ойошма хеҙмәткәрҙәре эште дәррәү алып бара.Өфөгә ингән тимер юл күперенән алып Ағиҙел  йылғаһы менән Ҡариҙел  ҡушылған урынға тиклем тулыһынса яр буйын төҙөкләндереү эштәрен  2019 йылға тиклем тамамлау ҡаралған. Ул бер нисә этапта бойомға ашырыласаҡ. Салауат Юлаев һәйкәленән алып  “Юность” спорт-һауыҡтырыу компелексы арауығынан һуң, тимер юлға тиклемге, артабан спорт комплексы менән Дуҫлыҡ монументы араһындағы юлды, иң аҙаҡ ҡына Ағиҙел менән Ҡариҙел ҡушылған урынға барып тоташҡан  яр буйы юлын матурлау планға ингән.

Яндекс.Метрика