ШОС саммиты йомғаҡтары буйынса Өфө декларацияһына ҡул ҡуйыласаҡ

Иртәгә республиканың башҡалаһында ШОС һәм БРИКС саммиттары башлана. Уларҙың эшендә Рәсәй президенты Владимир Путин ҡатнашасаҡ.ШОС һәм БРИКС ойошмаларының Өфөләге саммиты көндәрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин барлығы ун бер осрашыу үткәрәсәк. Был турала дәүләт башлығы ярҙамсыһы Юрий Ушаковҡа һылтанып ТАСС агентлығы яҙып сыҡты. Әңгәмәләр Ҡытай, Иран, Һиндостан, Пакистан, Әфғанстан, Ҡаҙағстан һәм Белорусь лидерҙары менән көтөлә. БРИКС саммиты рәсми асылғанға тиклем Владимир Путин Ҡытай, Тажикстан, Һиндостан, Пакистан һәм Көнъяҡ Африка вәкилдәре менән фекер алышасаҡ. 8-се июлдә, көндөң икенсе яртыһында Рәсәй Президенты Иран һәм Ҡаҙағстан башлыҡтары менән әңгәмә ҡора. Ошо уҡ көндә Бразилия Президенты Дилма Роусефф менән дә осрашыу ҡаралған. Йома көнгә Афғанстан, Паҡстан һәм Үзбәкстан президенттары менән ике яҡлы осрашыу ҡарала.

Яндекс.Метрика