Штрафыңды түлә һәм тыныс йоҡла

Республикала штрафтарын түләмәүсе водителдәрҙе асыҡлау буйынса рейд бара. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары автомобилдәрҙе туҡтатып, водителдәрҙең түләнмәгән бурыстарын тикшерә. Әгәр штраф ҡарар сығарылғандан һуң 60 тәүлек эсендә түләнмәһә,  водитель ҡулға алына. 255-се маршрут автобусы водителе  Мәхмүт Ҡорбановтың да бурыстары йыйылып киткән. Мәхмүт Ҡорбанов Ҡырғыҙстан ватандашы.  Ул бында оҙаҡ йылдар эшләһә лә, ҡанундарҙы һанға һуҡмай.  Етмәһә, аҡланып та маташты. Ҡорбановтың 500 һумлыҡ түләнмәгән бурысы барлығы асыҡланды. Әммә водитель уны  түләүен, тик квитанцияны юғалтыуын раҫларға тырышты. Бурыстарҙы юл-патруль хеҙмәте полкында  ла асыҡларға мөмкин. Бында түләнмәгән штрафтар булған осраҡта административ протокол төҙөлә. Һуңынан юл-патруль хеҙмәте ҡулға алынған водителде полиция бүлегенә тапшыра, артабан ул йәшәгән урыны буйынса мировой судҡа йүнәлтелә. Ҡағиҙә боҙоусыны ниндәй яуаплылыҡ көткәнен мировой судья хәл итә. Юл хәрәкәте инспекторҙары административ тәртип боҙоу тураһындағы ҡарар үҙ көсөнә ингәндән һуң уны 60 көн эсендә түләргә саҡыра. Сөнки күптәр ошо сәбәпле күңелһеҙ хәлгә тарый. Юл-хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоп, яуаплылыҡҡа тарттырылған, әммә ошоға тиклем штрафтарын түләмәүсе водителдәрҙе асыҡлау буйынса ошондай махсус саралар артабан да үткәрелеп торасаҡ. Уның барышында юл-патруль хеҙмәте тарафынан һәр водитель туҡтатылып, штрафтар базаһы буйынса тикшерелә. Бурысы йыйыусыларҙы иһә административ яуаплылыҡ көтә. Мәхмүт Ҡорбанов кеүек үҙ ирке менән штрафын түләргә ашыҡмаған граждандарға законға ярашлы өс төрлө яза ҡаралған. Тәүгеһе булған бурыстарын икеләтә арттырып түләү, икенсеһе 50 сәғәткә тиклем эшкә ҡушыу, өсөнсөһө 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу.

Яндекс.Метрика