Синоптиктар быйылғы йәйҙә артабан артыҡ эҫе көндәр вәғәҙәләмәй

Һәр хәлдә илдең үҙәк төбәктәрендә температура 30 градустан да күтәрелмәйәсәк. Башҡортостанда ла июль дауамында эҫе көндәр көтөлмәй. Шул уҡ ваҡытта урмандарҙа янғындар сыға тора. Хәйбулла районында 2 гектар ярым биләмәлә ут сыҡҡан. Республиканың урман хужалығы министрлығынан урмандарҙы һаҡлау буйынса бүлек белгесе Зилә Вәлиева әйтеүенсә, йәй башында ҡабул ителгән янғынға ҡаршы махсус тәртип әлегә ғәмәлдән сығарылмай. Көндәр һалҡынайтып,  халыҡ урман-ҡырҙарға йөрөүҙән туҡтағансы дауам итәсәк. Ә Хәйбуллала сыҡҡан янғын эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә, сәбәптәре әлегә асыҡланмаған, тине Зилә Вәлиева.



Яндекс.Метрика