Слушай Маяк! Болей за наших! - Хоккей на Маяке - 1109052913 | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар фаразы

Бөгөн Республиканың айырым биләмәләрендә һауа температураһы +35 градусҡа тиклем етәсәк. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуып, күк күкрәүе, ел тиҙлеге 20 метрға тиклем етеүе ихтимал. Июль башынан Башҡортостанда ямғырҙар көтөлә. Был аҙна дауамында иһә көндәр эҫе торасаҡ. Көндөҙ 24-34 градус булыуы көтөлә тип хәбәр итәләр гидромет үҙәктән. 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Башҡортостанда бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары камиллаштырылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары камиллаштырылды

Быйыл республика халҡы Башҡортостан башлығын һайлай, тауыштарҙы иҫәпләү өсөн төбәктә 225 КОиБ ҡулланыласаҡ. Яңы комплекстар һайлау хоҡуғына эйә булған халыҡтың 11 процентына гражданлыҡ бурысын заманса үтәргә мөмкинлек бирә. Бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары, йәғни КОиБ-тар һайлау хоҡуғына эйә...

28 августа 2019
Смотреть видео Квест уйындары - хәүефле | ГТРК «Башкортостан»

Квест уйындары - хәүефле

Һуңғы ваҡытта киң танылыу яулап өлгөргән квест уйыны үткәрелгән бүлмәләрҙе  тикшереү эштәре алып барыла.   Был йәйҙә генә республика буйынса бөтәһе 90-н ашыу хоҡуҡ боҙоу осраҡтары теркәлгән. Квест уйыны үткәрелгән ойошмаларҙың күбеһендә шомло тауыштар, кеше маникендары ҡулланыла,...

28 августа 2019
Смотреть видео Республикала ҡәбер асыусылар барлыҡҡа килгән | ГТРК «Башкортостан»

Республикала ҡәбер асыусылар барлыҡҡа килгән

Өфө районының Мөҙәрис ауылы зыяратында билдәһеҙҙәр 2008 йылда ерләнгән кешенең ҡәберен ҡаҙғандар. Мәрхүмдең туғандары кемде ғәйепләргә лә белмәй. Әле республиканың эске эштәр министрлығы был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Мәрхүмдең ҡәбере ҡаҙылғанын ауыл халҡы күреп ҡала һәм шунда уҡ зыяраттың...

28 августа 2019
Смотреть видео Бюрократияны кәметеү | ГТРК «Башкортостан»

Бюрократияны кәметеү

Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа уҡытыусыларға бюрократияны кәметеү менән шөғөлләнә башланылар. Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты ҡарамағындағы эксперт советы ултырышында уҡытыусыларға юғарылағы ведомстволарҙың йөкләмәһе һалыныуы билдәләнде. «Өҫтә» уларҙың эшмәкәрлеген...

28 августа 2019
Смотреть видео Уҡыу башланыуға ни бары 4 көн ҡалды | ГТРК «Башкортостан»

Уҡыу башланыуға ни бары 4 көн ҡалды

 Республикала 1310 белем биреү учреждениеһының барыһы ла тиерлек уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер. Өҫтәүенә, балалар өсөн ун яңы мәктәп тәүге тапҡыр үҙ ишектәрен асасаҡ. Әммә ремонт талап ителгән белем усаҡтары ла юҡ түгел.  Рәлиә Сәхибгәрәева дауам итә. Диуарҙарҙан штукатурка аҡтарыла, ә...

28 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостанда өлөшсөләргә ярҙам фонды булдырыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда өлөшсөләргә ярҙам фонды булдырыла

 Был хаҡта Радий Хәбиров Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика етәксеһе яңы фондты тиҙ арала  ойоштороп унда аҡса йүнәлтеү һәм төҙөлөш башлау йөкләмәһен бирҙе. Өфө менән Ағиҙел араһында тимер юл бәйләнешен булдырыу оҙайлы перспектива икән, Күмертау етештереү...

28 августа 2019
Смотреть видео Мөғәллимдәр ни өсөн яҡлауға мохтаж? | ГТРК «Башкортостан»

Мөғәллимдәр ни өсөн яҡлауға мохтаж?

Өфөлә мәғариф системаһын үҙгәртеүгә бәйле кәңәшмә уҙҙы. Эксперт советы ултырышы йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятмаһа ла, һөҙөмтә Башҡортостан мәктәптәрендә эшләгән 130 мең уҡытыусыға ҡағыла. Уларҙың һөнәре, ысынлап та, баһалап бөткөһөҙ. Был рухи баһалау. Балаларға белем биреп, тормошҡа әҙерләгән...

27 августа 2019
Смотреть видео Ни өсөн хаҡ артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн хаҡ артҡан?

Торлаҡ-коммуналь хужалығы өсөн икеләтә-өсләтә хаҡ алыусылар хәҙер “Башҡортостан йылылылыҡ бүлеү” ойошмаһында оҙон сиратта торорға мәжбүр. Хаҡтың ҡапыл күтәрелеүен ойошма етәкселәре нисек аңлата? Өфөнөң Баязит Бикбай исемендәге күп ҡатлы йортта йәшәүсе Наталья Дерягинала торлаҡ-коммуналь хужалығы...

27 августа 2019
Смотреть видео Стәрлетамаҡ “Рублевкаһы”ндағы тиҫтәләгән ер биләмәһе хужалары милкенән мәхрүм ҡалыуҙан ҡурҡа | ГТРК «Башкортостан»

Стәрлетамаҡ “Рублевкаһы”ндағы тиҫтәләгән ер биләмәһе хужалары милкенән мәхрүм ҡалыуҙан ҡурҡа

 Суд ҡарарының улар мәнфәғәтенә булмауы ихтимал. Район прокуратураһы 2010 йылда йүнселгә ҡуртымға бирелгән ерҙәр законһыҙ һатылған тип белдерә. Ваҡиға сәбәптәре менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡыҙыҡһынды. Илгиз Сынғыҙов хыялын бойомға ашырыу маҡсатында һатып алған ер биләмәһендә төҙөп росреестрҙа...

27 августа 2019
Смотреть видео Техника бата, кешеләр ауылдан сыға алмай интегә | ГТРК «Башкортостан»

Техника бата, кешеләр ауылдан сыға алмай интегә

Благовар районында күптән көтөлгән юл төҙөлөшө урындағы халыҡ өсөн оло проблемаға әүерелгән. Ваҡытлыса юл булмағанлыҡтан техника ялан юлында бата, ә кешеләр ямғырҙа ауылынан сыға алмай интегә. Әлегәсә балаларҙы мәктәпкә йөрөтәү мәсьәләһе хәл ителмәгән. Ә бер аҙнанан уҡыуҙар башлана. Ғүмер буйы...

27 августа 2019
Смотреть видео Тракторҙы кем отор? | ГТРК «Башкортостан»

Тракторҙы кем отор?

Башҡортостан 24 телеканалында “Алтын бишек” акцияһы иғлан ителә. Телевизор ҡараусы менән берҙәм эш итеү, уны борсоған хәлде ил иғтибарына  сығарыу, һәр беребеҙҙең күңеленә яҡын - тыуған төйәктең киләсәген хәстәрләү - маҡсатыбыҙ. Иң матур, иң уңған, иң көслөләр ярышына әйҙәп, кешеләрҙе...

21 августа 2019
Смотреть видео Ял итеү мәҙәниәте | ГТРК «Башкортостан»

Ял итеү мәҙәниәте

Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә һыу транспортында ҡағиҙә боҙоу һәм бурыслыларҙы асыҡлау буйынса профилактик рейд ойошторҙо. Тикшереү...

21 августа 2019
Смотреть видео Йөрәк сирлеләр ҡаҙнаһы иҫәбенә дарыуҙар алыу хоҡуғына эйә | ГТРК «Башкортостан»

Йөрәк сирлеләр ҡаҙнаһы иҫәбенә дарыуҙар алыу хоҡуғына эйә

Башҡортостанда йөрәк сирлеләрҙең айырым ҡатламдары йыл дауамында республика бюджеты ҡаҙнаһы иҫәбенә дарыуҙар алыу хоҡуғына эйә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы, амбулатор-поликлиника ярҙамы күрһәткәндә табиптарҙың рецептары буйынса дарыуҙар һәм медицина тәғәйенләнешендәге әйберҙәр...

21 августа 2019
Смотреть видео Ҡалалар, илдәр араһы тағы ла яҡынаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Ҡалалар, илдәр араһы тағы ла яҡынаясаҡ

Мәскәүҙән Владивостокҡа бер-нисә сәғәт эсендә барып етергә мөмкин буласаҡ. Мюнхен техник университеты студенттары һәм аспиранттары уйлап тапҡан Под иң юғары тиҙлек күрһәтте һәм Америкала уҙғарылған Илон Маск конкурсында беренсе урын яуланы. Был уҡыу йортонда яҡташыбыҙ Артем Ғәзизов та белем ала һәм...

21 августа 2019
Смотреть видео Мәктәптәрҙә кеҫә телефонын ҡулланыу тыйылыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә кеҫә телефонын ҡулланыу тыйылыуы ихтимал

Роспотребнадзор, Мәғариф министрлығы, Рособрнадзор һәм Рәсәй Фәндәр академияһы дөйөм белем биреү ойошмаларында мобиль телефондарҙы файҙаланыу тәртибе тураһында методик тәҡдимдәр әҙерләгән. Ведомстволар дәрестә кеҫә телефонын ҡулланыуҙы сикләргә, ә белем биреү ойошмаһына ингәндә уны «тауышһыҙ»...

21 августа 2019
Смотреть видео Яңы уҡыу йылында уҡыусыларҙы бихисап үҙгәрештәр көтә | ГТРК «Башкортостан»

Яңы уҡыу йылында уҡыусыларҙы бихисап үҙгәрештәр көтә

Радий Хәбиров Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған уҡыусылар өсөн педагогтарҙы аҡсалата бүләкләргә тәҡдим итә. Уҡыу планында ғына түгел, тәрбиә биреү, туҡландырыу һәм киләсәккә йүнәлеш күрһәтеү. Беренсе сентябрҙең икенсе сентябргә күсеүенән тыш яңы уҡыу йылында уҡыусы, уҡытыусы, ата-әсәне...

21 августа 2019
Смотреть видео Уҡырға ҡасан барырға, 1 сентябрҙәме әллә икеһендәме? | ГТРК «Башкортостан»

Уҡырға ҡасан барырға, 1 сентябрҙәме әллә икеһендәме?

Уҡыусыларҙың йәйге каникулы тамамланыуға ун көн самаһы ваҡыт ҡалды. Быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килә. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белем көнө 2 сентябрь уҙғарыла. Мәктәптәр, ата-әсәләр менән кәңәшләшеп, беренсе класҡа барыусылар өсөн  Белем көнөн йәкшәмбе лә уҙғара ала. Закон...

21 августа 2019
Смотреть видео “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле Болгария дәүләтенән гастролдәрҙән ҡайтты | ГТРК «Башкортостан»

“Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле Болгария дәүләтенән гастролдәрҙән ҡайтты

Ансамбль бейеүселәре, йырсылары һәм музыканттары Халыҡ-ара фолькор фестивалдә ҡатнашты. Уларҙың тәьҫораттары тураһында Ләйсән Тимербулатова дауам итә.Ысынлап та иҙәндәрҙе һелкендереп, күңелдәрҙе елкендереп ҡайтты “Мираҫ” ансамбле егеттәре һәм ҡыҙҙары. Рәсәй төбәктәрендә лә, сит илдәрҙә лә  йыш...

20 августа 2019
Смотреть видео 31 августа Бөрөлә Ҡала көнө уҙғарыла | ГТРК «Башкортостан»

31 августа Бөрөлә Ҡала көнө уҙғарыла

Уның сиктәрендә үтәсәк төп сара — «Бөрө алмаһы-2019» фестивале. Быйыл, ғәҙәти конкурстарҙан тыш, ҡала халҡын «Бал провинцияһы» умартасылар конкурсы ла көтә. «Бөрө алмаһы» фестивале  программаһы ҡала баҙарында ауыл хужалығы йәрминкәһен асыуҙан башлана, унда теләгән һәр кем үҫентеләр һатып ала...

20 августа 2019
Смотреть видео Идара итеү командаһы | ГТРК «Башкортостан»

Идара итеү командаһы

«Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар проектының «Идара итеү командаһы 2020-2025» конкурсының ярымфиналы йомғаҡтары буйынса, финалға 72 кеше сыҡты. Ойоштороу комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, уларҙың уртаса йәше — 33, иң өлкәненә — 44, иң йәшенә — 25 йәш. Ир-егеттәр — 81%, ҡатын-ҡыҙҙар 19%....

20 августа 2019
Смотреть видео Тимер юл ҡуласаһы | ГТРК «Башкортостан»

Тимер юл ҡуласаһы

Дим станцияһынан Шаҡшаға тиклем электричкала 21 һум түләп 40 минутта барып етергә мөмкин. Был турала ҡарар республика хөкүмәтендә сираттағы транспорт сәғәтендә ҡабул ителде. Әле иһә пассажирҙар өсөн билет хаҡы 67 һум. Ҡала электричкаһы проектын бойомға ашырыу сиктәрендә транспорт селтәрен үҙ-ара...

20 августа 2019
Смотреть видео Башҡорт фарфорынан яңы һауыт-һаба, берҙәм меню һәм ашнаҡсылар өсөн бер стилдәге кейем | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт фарфорынан яңы һауыт-һаба, берҙәм меню һәм ашнаҡсылар өсөн бер стилдәге кейем

Республика мәктәптәрендә быйыл үҙгәрештәр бихисап. Туҡланыуға иғтибар айырыуса ҙур. Сентябрҙән мәктәп ашханалары нисек үҙгәрәсәк һәм балалалрға нимә ашатасаҡтар? 22 йыл мәктәп ашханаһында эшләүсе Рәйлә Ғәлимова матур һәм яңы һауыт-һабаларҙы йәшниктәрҙән бушатыу үҙе бер ҡыуаныс, ти. Сынаяҡ, аш,...

20 августа 2019
Смотреть видео Өфөнөң бала табыу йорттарына сит төбәктәрҙән килеүселәр һаны артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң бала табыу йорттарына сит төбәктәрҙән килеүселәр һаны артҡан

Башҡортостан тыуым буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғылар рәтенә сыҡты. Үткән ярты йыл дауамында республикала  19 меңдән артыҡ сабый тыуған. Өфөнөң бала табыу йорттарына сит төбәктәрҙән килеүселәр һаны ла артҡан. Буласаҡ әсәләрҙе бөтә уңайлыҡтары булған шарттар...

20 августа 2019
Яндекс.Метрика