Синоптиктар республикала һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәрәсәге тураһында фаразлай

Аҙна аҙағында, урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә.  Бөгөн төнөн ике градусҡа тиклем һыуытасаҡ. Ел тиҙлеге, секундына 20 метрға тиклем етеүе көтөлә. Башгидромет хәбәр итеүенсә, һауа торошоноң боҙолоуы арҡаһында ҡайһы бер райондарҙа электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, ваҡытлыса ҡар ҡаплауы көтөлә. 8 октябрҙә лә ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ. 10,11,12 октябрҙә лә Башҡортостанда ҡарлы ямғыр һәм түбән һауа температураһы вәғәҙәләйҙәр. 

Республиканың бер-нисә районында бөгөн тәүге ҡар яуҙы. Туймазы һәм Баҡалы райондарында йәшәүселәр был төбәктә яуған тәүге ҡар фотолары менән интернетта бүлешкән. Бөгөн төндә шулай уҡ тағы ла бер-нисә районда ҡар яуған. 



Последние новости