Социнвестбанк ни өсөн ябылған?

Әгәр Социнвестбанк 14 көндән ашыу  банк операциялары эшләмәһә, Рәсәй банкы уның лицензияһын тартып алыуы ихтимал. Республиканың финанс омбудсмены Валерий Шәрипов бына ошондай белдереү яһаны. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, лицензияны алғандан һуң бөлгөнлөккә лә бер аҙым ҡала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, банк 6-сы августҡа тиклем эшмәкәрлеген туҡтатып торҙо. Вкладсыларға бер кем бер нимә аңлатмай. Эре финанас учреждениеһының ни сәбәпле ябылғаны тураһында рәсми мәғлүмәттәр юҡ. 

Яндекс.Метрика