Социнвестбанк вкладсыларына борсолорға урын юҡ

Бөгөндән банк ҡәҙимге режимда эшләй башлай. “Рәсәй капиталы“ банкы идараһы рәйесе Михаил Кузавлев белдереүенсә, бөгөн банк бүлексәләрен асыу башлана, шулай уҡ банкоматтарҙың да эше тергеҙелә.

Үткән аҙна аҙағында Рәсәй Үҙәк банкы санация тураһында ҡарар ҡабул итеп финанс ойошмаһын бөлгөнлөктән һаҡлап ҡалыу өсөн аҡса бүлгәйне. Социнвестбанкты финанс һауыҡтырыу өсөн “Рәсәй капиталы“ банкы  яуап бирәсәк. Михаил Кузавлев бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашып физик һәм юридик шәхестәргә вкладтары өсөн борсолорға урын юҡ тип белдерҙе.  Социнвестбанктың эшмәкәрлеге яҡын арала тулыһынса тергеҙеләсәк.  

 

Яндекс.Метрика