Стәрлетамаҡта йәйәүле машина аҫтында ҡалды

Ул әле бик ауыр хәлдә дауаханала ята. Яҡындары әйтеүенсә, аңына килә алмай, яһалма тын алыу аппаратына тоташтырылған. Юл аша сығып барыусыны тапатҡан водителдең ҡатын-ҡыҙ икәне һәм авария мәлендә светофорҙың эшләмәгәнлеге билдәле. 

Бындай эҫелә юлда водителдәрҙең уяулығы ла юғала. Шуға ла республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы билдәләнгән тиҙлекте арттырмаҫа, дистанция һаҡларға кәңәш итә.Табиптар ҙа йәйге селлә лә йәшәү рәүешен үҙгәртергә тәҡдим итә.  Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығында көн тейеүҙән һаҡланыу өсөн һыу күп эсергә, алкоголдән бөтөнләй баш тартырға саҡыралар. Шулай уҡ ҡояш аҫтында физик эш менән шөғөлләнеү ҙә тыйыла. 

Яндекс.Метрика