Стәрлетамаҡтың күп профилле колледжында смарт-белем биреү индерәләр

Уҡыу йортонда 26 интерактив класс эшләй, улар иһә иҡтисадта кәрәкле бар төр белгестәрҙе әҙерләргә ярҙам итә. Колледждың матди базаһына хатта юғары уҡыу йорттары көнләшә ала. Был бүлмә тәү ҡарашҡа ғына ябай. Ысынында, ул колледж нигеҙендә эшләп килгән билдәле Сиско компанияһының академияһы. Ундайҙар республикала барлығы дүртәү генә. Махсус курс тамамлаған студенттарға бында халыҡ-ара сертификат тапшырыла. Азалия Ҡотоева быйыл икенсе курсҡа күсә. Ул киләсәк тормошон дизайн һәм информатика менән бәйләргә уйлай. Колледжда студенттар белем алыуҙан тыш, практика ла үтә. Бында уларға ойошмалар өсөн локаль селтәр эшләргә, хаталарҙы асыҡларға һәм төҙәтергә өйрәтәләр. Заманса ҡорамалдар уҡытыу процесын ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итә. Махсус эшләнгән студияла ижад өсөн барыһы ла булдырылған. Унда дизайнерҙар, фото-видео төшөрөүселәр, журналистар әҙерләйҙәр. Смарт һүҙе инглиз теленән аҡыллы йә зиһенле тигәнде аңлата. Белем биреү системаһының төп маҡсаты – күберәк заманса ҡорамалдар ҡулланыу. Шуға күрә студенттар һәм уҡытыусылар үҙҙәре теләгән мәғлүмәтте тиҙ арала һәм еңел таба ала. Колледж нигеҙендә „Баласаҡ иле„ тип аталған үҙәк эшләп килә. Ул иһә мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә белгестәр әҙерләргә һәм яңынан уҡытып сығарырға мөмкинлек бирә. Үҙәктә лә заманса технологиялар ҡулланыла.  Быйыл уҡыу йортона 12 йүнәлеш буйынса 230-ҙан ашыу студент уҡырға инәсәк. Документтар ҡабул итеү август аҙағына тиклем дауам итә. „Уңайлы мөхит„ проекты сиктәрендә уҡыу йортонда мөмкинлектәре сикләнгән студенттар өсөн дә барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Стәрлетамаҡ күп профилле колледжы республика һәм Рәсәй кимәлендә ойошторолған төрлө конкурстарҙа йыш ҡатнаша. Уҡыу йорто гранттар отоп, шул аҡсаға заманса ҡорамалдар һатып алған. Улар иһә студенттарға еңел белем алырға һәм заман талаптарына яуап бирергә ярҙам итә. 

Яндекс.Метрика