Сәйәхәтсе пенсионерҙар

Ике тиҫтәләгән дәүләт башлыҡтары һәм Рәсәй президенты Владимир Путин Халыҡ-ара мәсьәләләрҙе хәл иткән урындар менән халыҡ та таныша ала. Үткән аҙнала ололар көнөнә арналған саралар сиктәрендә тарихи урындарға ветерандар советы рәйестәре, тыл ветерандары һәм йәмәғәт ойошмалары ағзалары килде.

Сәйәхәт Халыҡ-ара кимәлдәге ваҡиға – ШОС һәм БРИКС самиттары үткән Конгресс-холлдан башланды.  Ҡунаҡтар һәр залды ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Иҫтәлеккә фотоға төштө. Кемдәрелер төҙөкләндереү һәм реконструкция үткәргәндән һуң уны беренсе тапҡыр күрһә, ҡайһы бер ветерандар советы рәйестәре  райондарындағы оло йәшәтегләр өсөн экскурсияны саммиттар тамамланыу менән үк ойошторған. Конгресс-холлдағы үҙгәрештәр барыһын да таң ҡалдырҙы. Экскурсовод һәр залдың тарихы менән таныштырҙы, унда үткән ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт бирҙе. Артабан ҡунаҡтар Еңеү паркына юлланды. Улар унда мәңгелек ут һәм тыл хеҙмәтсәндәренә арналған һәйкәлгә  сәскә һалды.

Яндекс.Метрика