Танылған ҡурайсы Роберт Юлдашев ғаиләһе менән мәсеткә юлланды

Ураҙала мосолмандар аш-һыуҙан тыйылып торҙо, ураҙа тотто, көндәрен һәм төндәрен доға ҡылып, изге уйҙар менән үткәрҙе. Байрам көнө диндарҙар мәсеттәрҙә изге доғалар уҡый, байрамса өҫтәл әҙерләй, туғандарына ҡунаҡҡа бара, мохтаждарға ярҙам күрһәтә.Танылған ҡурайсы Роберт Юлдашев ғаиләһе менән мәсеткә юлланды. Ай буйына ураҙа тотоп, Рамаҙан айының һуңғы көнөн мосолман ҡәрҙәштәр бергә йыйылып үткәрә. Бер ай дауамында Аллаһы Тәғәлә ҡушҡандарын үтәп, күңелемдә ҙур кинәнес кисерәм, ти Роберт Нәжип улы.Нагаево ауылы мәсетендә йомғаҡлау ифтарына байтаҡ халыҡ йыйылған.  Ураҙа тотоусылар араһында “Арғымаҡ” төркөмөнөң солисы Ринат Рамазанов та бар. Ураҙа айы күп мөмкинлектәр бирә, таҙарынып ҡалабыҙ, ти йәш егет.Был айҙа изге ғәмәлдәр ҡылып сауап алыусыларҙың бер өлөшө баш ҡаланың “Родина” кинотеатрында йыйылғайны. Унда Башҡортостандың мосолмандар Диниә назараты “Рамаҙан айы менән хушлашыу” кисәһен үткәрҙе. Сараға килеүселәр концерт, ҡыҫҡа метражлы фильмдар ҡарап, тәмле һыйҙан ауыҙ итте.  Рамаҙан Ураҙа ғәйете менән тамамлана. Ул ислам донъяһында иң ҙур байрамдарҙың береһе. Бөгөн бөтә халыҡ иртәнән мәсеткә йыйылып, байрам намаҙын уҡып, күңелдәренә иман нуры индерә. Ләлә мәсетенә меңәрләгән килеүсене аҙан тауышы, Ҡөрьән аят-сүрәләре ҡаршы алды.  Хатта мәсет алдында урынлашып та намаҙ уҡыусылар бихисап ине.   Изгелек һәм ғәҙеллек байрамы өс көн буйына дауам итә. Һәр кем ҡулынан килгәнсә байрам итә, татлы ризыҡтар бешереп, байрам табыны әҙерләп, ҡунаҡҡа саҡырыша, мохтаждарға ярҙам күрһәтә, хәйер өләшә, бүләк бирә, үткәндәргә йомғаҡ яһай. Рамаҙан айы мосолмандарҙы тәрбиәләй,  сабырлыҡҡа, изгелеккә, ризыҡтың һәм ваҡыттың ҡәҙерен белергә өйрәтә.  Кешеләр был изге айҙың бөйөклөгөн аңлаһа, уның йыл әйләнәһенә дауам итеүен теләр ине, тиелә Ҡөръән Кәримдә. Шуның өсөн бөтә мосолман ҡәрҙәштәребеҙ киләһе Ураҙаны түҙемһеҙләнеп көтөп аласаҡ. 

Яндекс.Метрика