Татарстанда нефть, газ, химия форумы үтә

Уның эшендә республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнаша.

Ҡазанда Рөстәм Хәмитов Татарстан етәксеһе Рөстәм Миниханов менән осрашты. Яҡтар төбәктәр араһында хеҙмәттәшлекте артабан да нығытыу, ширҡәттәр араһында бәйләнештәрҙе киңәйтеү мөмкинлектәрен тикшерҙе. 

Рөстәм Хәмитов ике республика араһында бәйләнештәрҙе нығытыу көн талабы тине. Ике республика ла ғәйәт ҙур иҡтисади ҡеүәткә эйә. Бергә эшләгәндә күп кенә мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеп булыр ине. Башҡортостан башлығы төбәк-ара нефть, газ, химия кластеры булдырыу тәҡдимен индерҙе.

 

Яндекс.Метрика