Төбәк ҡаҙнаһы Башнефть акцияларынан алынған килем иҫәбенә тулылана башланы

Бөгөн Өфөлә республика һәм муниципаль берәмектәрҙең килем мөмкинлектәрен киңәйтеү мәсьәләһе буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Унда 2015-се йылдың тәүге яртыһында Республиканың тупланма бюджеты ыңғай күрһәткестәр менән үтәлгән, тип билдәләнде. Ҡаҙна килемдәре 13 процентҡа артҡан. Бюджет иҫәбенә 83 миллиард һум аҡса күсерелгән. Шул  уҡ ваҡытта ҡайһы бер тармаҡтар алған юғары килем һалым кимәлендә сағылыш тапмай.   Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, республиканың кредит бурыстары кимәле түбән, был өлкәлә хәл тотороҡло ҡала. Төбәк ҡаҙнаһы Башнефть акцияларынан алынған килем иҫәбенә лә тулыландырылды. Быйыл күсерелгән 5 миллиард һум аҡса социаль йөкләмәләрҙе ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтеләсәк.    

Яндекс.Метрика