Тольятти – Өфө автобусы аварияға осраған

Һамар өлкәһендә аварияға эләккән Тольятти – Өфө автобусында зыян күреүселәр һаны 22 кешегә еткән.  Фаразлауҙар буйынса водитель рулдә йоҡлап киткән. Автобус менән 28 йыл стажы булған 46 йәшлек ир кеше идара иткән. Урындағы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, транспорт юл яҡтауына төкөп ситкә сығып оса, был ваҡытта салонда 26 кеше була, 9 кеше шул иҫәптән 5һәм 6 йәшлек ике баланың хәле уртаса ауыр тип баһалана. 

Яндекс.Метрика