Трансаэро авиакомпанияһын нимә көтә

Рәсәйҙә ҙурлығы буйынса икенсе урында килгән Трансаэро авиакомпанияһының  көнөнә 30-лаған рейсы туҡтатыла. Әлегә пассажирҙарҙы Аэрофлот бортына һәм башҡа һауа юлдары компаниялары самолеттарына алалар. Был 15 декабргә тиклем билет алғандарға ҡағыла. Ошо көндән һуңыраҡ көндәргә алынған билеттарҙы кире ҡайтарырға тура киләсәк. Ә ялға юлланыусыларҙың чартер рейстары Трансаэро бортында башҡарыла.

Рәсәйҙәге иң ҙур авиакомпанияның береһе банкрот хәленә ҡалыуы күп  туроператорҙарҙың эшен ҡатмарлаштыра. Шулай ҙа иң ҙур күләм -  БиблиоГлобус туроператорына тап килә. Әлеге мәлдә уларҙан ялға юлланған 70 мең турист сит илдә. Ә Башҡортостандан был туроператор аша аҙнаһына 3 тапҡыр 158 кешенән торған чартер рейстары Кипрға, Төркиәгә оса, аҙнаһына бер тапҡыр рейстар Шарм Эль Шейхҡа һәм 10 көнгә бер Хургадаға  башҡарыла. Һуңғы бер нисә көндә генә 600-гә яҡын турист ошо рейстар менән ялға осҡан. Улар барыһы ла ваҡытында тыуған яҡтарына ҡайтыр тигән ышаныс белдерә туроператорҙар.

Октябрь башында сит илдә тотҡартанған рейстар әлбиттә туристарҙың күңеләнә шик һала. Әммә Ростуризм бер кемде лә бәләлә ҡалдырмаҫҡа тейеш,ти юристар.

Трансаэро компанияһы башлыса туристик агентлыҡтар менән эшләгән авиакомпания. Программалар туристар өсөн уңайлы һәм улар был компания аша чартер рейстары менән ҡуллана ине.

Трансаэро компанияһы менән юлға сығыусыларға борсолорға урын юҡ кеүек әммә ваҡиғалар барышын күҙәтеп барыу мотлаҡ. 

Яндекс.Метрика