Транспорт прокуратураһы бөгөн химикаттар тейәлгән вагондың янып китеү сәбәптәрен тикшерә башланы

Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй.  Ғәҙәттән тыш хәл Ҡарламан станцияһында теркәлде.  Косяковка-Магнитогорск грузовой маршруты буйынса китеп барыусы поездың химикаттар тейәлгән вагоны төтәй башлай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙе тиҙ арала утты һүндерә һәм ваг икенсе юлға күсерелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр ошо уҡ станцияла цистернанан аммиак аҡҡайны. Ғәйеплеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. 

Яндекс.Метрика