Үлемесле аварияла ғәйепле 5 айға аҙыраҡ ултырасаҡ

Республиканың юғары суды Сибайҙан 29 йәшлек ирҙең ете  пассажирҙың үлемендә ғәйепле булыуын раҫланы.  Әммә шул уҡ ваҡытта аппеляция комиссияһы  язаны биш айға ҡыҫҡартыу мөмкин тигән ҡарар сығарҙы. Был авария 2014-се йылда Архангел районы биләмәһендә теркәлгәйне. Баймаҡ һәм Сибай кешеләре Фольксваген каравелла автомобилендә Өфөгә китеп барғанда  бәләгә тарый. Машина ҡаршы яҡ юлға сығып  фура менән бәрелешә. Микроавтобус юл ситенә оса. Барлыҡ пассажирҙар ҙа урында һәләк булды.



Последние новости