Умартанан - солоҡҡа

Бал ҡорто өсөн ҡырағай шарттар үлемеслеме, әллә юғары үҫеш алған был йән эйәләре теләһә ниндәй ҡатмарлыҡтарҙы ла еңеп сығырға әрһеҙләшкәнме. Тәтешленән Өфөгә ике күс алып килеп ҡалыпҡа ултыртырға йөрьәт иткән мөкиббән умартасы  бал ҡорттарының һәләтендә шикләнмәй. Ул күптән инде башҡалала солоҡсолоҡ кәсебен тергеҙеү хыялы менән яна. Быйыл ҡышын боронғо ағас ҡыуышлығындағы солоҡ эҙҙәренә осраҡлы юлығыуын да тик ошо маҡсатын яҡынайтыу теләгенә бәйләй.Бер нисә тиҫтә йәшен тултырған солоҡ ағасы Йәшел сауҡалыҡ шифаханаһынан алыҫ түгел урман һыҙатында һаҡланған. Әлбиттә, һөнәре умартасы булмаған кеше уға иғтибар ҙа итмәҫ ине, тик Камил Рәүис улын был табышмаҡ етди ҡарарға саҡыра. Йүкә сәскә атыу мәлендә ул солоҡҡа күс һырытырға тәүәккәлләй.Тәтешленән Өфөгә саҡлы оҙон юл үткән затлы бөжәктәр тәбиғәт оранына буйһоноп яңы торлаҡҡа эйәләшә. Ҡорт инәһе холҡон күрһәтә, ти умартасы, күс менән уның араһында тылсымлы бәйләнеш бар, шуға ла бик һаҡ эш итергә тура килә. Хакимә менән бер-бер хәл була ҡалһа умартасы ярҙамынан башҡа ҡорттарҙың бәхетһеҙлеккә тарыуы ла бар. Камил Закиров урман шарттарына күсереү өсөн бал ҡорттарының уртарус нәҫелен һайлаған. Уларҙың холҡо мәрхәмәтле, үҙҙәре егәрле, сыҙам, ҡышын етерлек аҙыҡ туплаһа 50 градуслы һыуыҡҡа ла бирешмәй, ти ул. Ҡорттарҙың яңы урынға күсенеү ваҡыты оҙайлы, бер мәл тыныс оса, бер саҡ асыулы геүләп алалар. Умартасы хәрәкәттәре һалмаҡ, был эш ашығыуҙы хупламай. Ниһәйәт, өс сәғәт тигәндә бөжәктәрҙең байтаҡ өлөшө тынысланып, торлаҡ үҙләштерергә тотона, умартасы иһә ҡалыпты солоҡ ағасына ултырта. Камил Рәүис улының был хыялын да ғәмәлгә ашырыр өмөт бар. Бал ҡорттары урынды яратһа, йәнә бер нисә күс эйәләштереп, миҙгел алышыныуына бәйле тере музей эшмәкәрлегенә белгестәр йәлеп итеп, мегаполиста йәшәүселәргә, студенттарға боронғо халыҡ кәсебе өлгөһөн танытыу мөмкинлеге тыуыр ине. Бөгөнгө эштең дауамы иһә ҡорттарҙың яңы шарттарға яраҡлашыуын тәүлек буйы күҙәтеүгә ҡайтып ҡала.Йәшәү урыны булараҡ бөгөн Өфөлә теркәлгән бал ҡорттары боронғо ағас ҡыуышлығын үҙ итһә бер хәүефһеҙ яңы солоҡта ҡышлай ҙа аласаҡ.          

Яндекс.Метрика