Умартасылар форумы

Ауырғазы районы Толбазы ауылында ҡортсолар форумы үтте. Форум эсендә „Башҡортостан республикаһындағы умартасылыҡ  тармағының үҫеше, йүнәлеше һәм дәүләт ярҙамы„ Йәш умартасы, ғаилә династияһы бәйгеһе һәм башҡа бик күп конкурстар уҙҙы. Конкурста  республиканың 38 районынан 130 кеше ҡатнашты. Йылайыр районы Юлдыбай   ауылынан аталы-уллы  Ғәле һәм Шайморат Абдуллиндар умартасылар конкурсында икенсе тапҡыр килә. Һәр бер ҡатнашыусыға үҙенә генә тәғәйен эш бирелә. Уларҙың дөрөҫ башҡарылыуына ҡарап баһалама ағзалары балдар ҡуя. Уларға төрлө миҙгелгә, тәбиғәт шарттарына ҡарап маҡсаттар ҡуйыла. Умартасыларҙың төрлө  ветеринар препараттарҙы ҡуллана белеүе, ҡорттарҙы дөрөҫ дауалау  маһирлығы на ла ҙур иғтибар бирелде.25-се майҙан алып 15 июнгә тиклем бал ҡорттары ныҡлап бал йыя. Күс көслө булһын һәм балды мул килтерһен өсөн умартаның икенсе ҡатын дөрөҫ итеп ултыртырға кәрәк. Республика умартасыларының беренсе форумы ике көн дауам итте. Форумда республика умартасалырының киләсәге, уның проблемалары хаҡында фекер алышынды. Халыҡ-ара умартасылыр ассоциацияһы президенты Жиль Ратиа килде. Умартасыларҙың 15-се юбилей  конкурсында өлкәндәр араһында 122 , ә балалар  араһында 42 умартасы көс һанашты. Миәкә районынан Әһлиуллин Миңлебай Биктимер улы беренсе урынды яуланы.  

Яндекс.Метрика