Ураҡ эштәрен уңышлы атҡарып сығыу өсөн 4 млрд һум аҡса кәрәк

Республика ауыл хужалығы министрлығы күҙаллауҙары буйынса,  уның 2 миллиард һум самаһы яғыулыҡ-майлау материалдарына,  1 миллиард 660 миллион һумы ауыл хужалығы техникаһы өсөн запас деталдәргә, 400 миллион һумы машина-технология станциялары хеҙмәттәрен түләүгә  тотоноласаҡ.  Министрлыҡтың иҡтисади анализ бүлеге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ауыл хужалығы тауарҙарын һатыуҙан ураҡҡа 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителә. Тағы ла миллиард ярым һумды банктарҙан алыу ҡарала. 

Яндекс.Метрика