Урман ауылы халҡы ҡасан тыныс йәшәй башлар

Хәрби склад шартлауға байтаҡ ваҡыт үтһә лә ауыл халҡы әле лә тыныс йоҡлай алмай.  Был аҙнаның тәүге эш көнөндә лә Урман ауылы халҡын сираттағы шартлауҙар уятты. 

Урман ауылы халҡы документтарын һәм ҡиммәтле әйберҙәрен һәр ваҡыт әҙер тота. Ул-был хәл була ҡалһа, кешеләр тиҙ генә сумкаһын алып сығып китергә әҙер.

Шартлау ишетелгәс, был юлы ла ҡайһы бер ғаиләләр ҡәҙерле сумкаларын алып эвакуацияланырға йыйынған. Ул ҡабатланмағас ҡына, кешеләр тынысланған.

Ваҡиға буйынса, беҙ урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт иттек. Әммә, ауыл биләмәһе башлығы урынында булмай сыҡты. Хакимиәт идарасыһы Нәсимә Әфтәхова билдәләүенсә, иртән 8 йә 9 шартлау ишетелгән.

Ваҡиға иртән булһа ла, күпселек ата-әсәләр балаларын мәктәпкә оҙатҡан. Әммә, уҡытыусылар беҙҙең менән аралашырға баш тартты. Сөнки, улар ҙа ҡурҡҡан ине.

Элекке хәрби часть биләмәһендә, бер ойошма снарядтарҙы үтилләштереү менән шөғөлләнә. Ғәҙәттә, улар эштәрҙе башлар алдынан халыҡты иҫкәрткән. Был юлы иғландар булмаған. Предприятие урындағы һәм район хакимиәте менән дә был эштәрҙе раҫламаған.

Шартлау ысынында булғанмы, әллә барлыҡ Урман халҡына ҡолаҡтарына сағылғанмы. Мәсьәләне асыҡлар өсөн беҙ элекке хәрби часть биләмәһенә инеп етәкселек менән аралашырға теләнек. Тик, беҙҙең килеүебеҙ тураһында хәрбиҙәр хәбәрҙар ине һәм журналистарҙы индерергә ҡушманылар, тип аҡландылар. 

Яндекс.Метрика