Үткән тәүлектә республика юлдарында 16 аварияла бер кеше һәләк булған, 22-һе йәрәхәтләнгән

Шаран районында Ренж Ровер водителе юлдан сығып осҡан.  Водитель һәләк, 3 пассажир дауаханаға һалынған.   Социаль селтәрҙә хәбәр итеүҙәренсә, был машинаның урланған булыуы ла ихтимал. Икенсе берәүҙәр ошо уҡ водителдең бынан өс йыл элек туй кортежына бәрелеүе тураһында хәбәр итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, туймазы юлында Ренж Ровер автомобиленең туй машиналарына бәрелеүе сәбәпле 4 кеше һәләк булғайны.

Яндекс.Метрика