Үткән ял көндәренә республика юлдарында бер нисә етди һәләкәт теркәлде

Туймазы-Серафимовский юлының өсөнсө километрында ике ВАЗ автомобиле бәрелеште.  Әлегә билдәле мәғлүмәттәр буйынса, ВАЗ- 2114 автомобилен йөрөтөүсе Туймазы яғынан килгәндә машинаһына идара итә алмай ҡаршы юлға сыға һәм ВАЗ-21102 автомобиле менән бәрелешә. Ике водитель дә урында һәләк булған. Автомобилдәрҙең пассажирҙары төрлө тән йәрәхәттәре менән Туймазы район дауаханаһына оҙатылған. Тағы ла бер ҡаты юл-транспорт фажиғәһе Нефтекамск ҡалаһында теркәлгән. Ҡойма ямғыр  ваҡытында бер юлы өс машина бәрелешкән. Рәсәй еңел автомобиле водителе һәм сит ил автомобиле пассажиры ҡаты йәрәхәтләнеүҙәр алған. Һәләк булыусылар юҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика