Үткән ял көндәрендә республикала көслө ел сығып, байтаҡ зыян килтерҙе

Өфөлә генә ағастар ауыуының, шифер, реклама таҡталары ҡолауының  20 нән ашыу осрағы теркәлде. Магистраль, Комаров һәм машиналар эшләүселәр урамдарында ағастар автомобилдәргә ауып, зыян килтергән. Ә Сибай ҡалаһының Горняктар урамындағы күп ҡатлы торлаҡ йорттоң ҡыйығы емерелгән. Был йорттоң ҡыйығы бер-нисә ай элек кенә яңыртылған була. Бәхеткә күрә һәләк булыусылар юҡ. Әле ҡотҡарыусылар республиканы ҡаплаған көслө ел эҙемтәләрен бөтөрөү һәм матди зыян күләмен иҫәпләү менән мәшғүл. Белгестәр, был көндрҙә кешеләргә иғтибарлы булырға һәм һаҡланыу сараларын күрергә саҡыра. Синоптиктар кесаҙна көн һауа температураһының ноль градустан түбәнәйеүен күҙаллай. Бындай мәлдә автомобиль йөрөтөүселәргә лә аяу булыу мөһим. Юлдарҙың тайғаҡ һәм машинала хәрәкәт итеү хәүефле булыуы ихтимал.

Яндекс.Метрика