Водителдәрҙе әҙерләү талаптары үтәләме?

Водителдәрҙе әҙерләү талаптары үтәләме. Уҙған йыл ҡабул ителгән Рәсәй хөкүмәте ҡарарына ярашлы, уҡытыу һәм имтихан тапшырыу ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелгәйне. Мәҫәлән, быға тиклем буласаҡ водителдәр үҙҙәре юл ҡағиҙәләрен, автомобилдә йөрөргә өйрәнеп, имтихан тапшыра ала ине. Ә хәҙер уларға тик махсус мәктәптәрҙә генә белем алырға рөхсәт ителә. Барлығы документҡа 10 үҙгәреш индерелгәйне. Никита Никонов имтихан тапшырырға әҙерләнә. Яңы ҡанунға ярашлы, ул барлығы 56 сәғәт руль артында йөрөп,  һуңынан ғына һынау үтергә тейеш. Йәш егет уҡыған мәктәптә был талаптарҙы тулыһынса үтәгәндәр.  Әммә, ҡайһы бер автомәктәптәрҙә был ҡанунды һанға һуҡмайҙар. Мәҫәлән, водитель әҙерләүсе шәхси ойошмаларҙа руль артында 20-30 сәғәт кенә йөрөргә өйрәткәндәр. Белгестәр билдәләүенсә, водителдәр әҙерләүсе мәктәптәрҙе күҙәтеүсе органдар булмауы арҡаһында ошондай хәл килеп тыуа. Әммә, күпселеге ҡанунды боҙмаҫҡа тырыша. Сөнки, бының өсөн етди яуаплылыҡ саралары ҡаралған. Унан һуң инде, бөтөнләй эшһеҙ ҡалыуың да ихтимал. Хөкүмәт ҡарары водителдәрҙе әҙерләүҙе һәм имтихан тапшырыуҙы көйләй.  Уға ярашлы, барлыҡ автомәктәптәрҙә лә сығарылыш имтихандарын компьютерҙа ҡабул итергә тейештәр. Имтихандың практик өлөшөнә лә төҙәтмәләр индерелгән. Хәҙер, юл киҫелештәрен үткәндә һәм пассажирҙарҙы төшөргәндә үҙ ҡағиҙәләре бар.

Курсанттарҙы йөрөргә өйрәтеү өсөн тәғәйенләнгән автомобилдәрҙә видеокамералар ҡуйылған. Улар руль артында ултырыусы, инструктор һәм инспектор араһында бәхәс килеп тыумаһын өсөн урынлаштырыла. Шулай уҡ, имтихан тапшырыу майҙансыҡтарында күпләп видеокамералар һәм хәрәкәтте билдәләүсе махсус ҡорамалдар ҡуйыу планлаштырыла. Улар иһә, инспекторҙарға бер бүлмәлә ултырып имтихан ҡабул итергә ярҙам итәсәк, бынан тыш, компьютерҙар хаталарҙы билдәләп барасаҡ.  Уҙған йылда Өфөлә 80-дән ашыу автомәктәп булған. Яңы закон үҙ көсөнә ингәс, яртыһы тиерлек эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Сөнки, улар талаптарҙы үтәй алмаған. Әйткәндәй, үҙгәрештәрҙән һуң, автомәктәптәр хаҡтарҙы арттырҙы. Хәҙер, водитель танытмаһына уҡыу өсөн кәмендә 22 мең һум талап ителә.  



Последние новости

Яндекс.Метрика