Волонтерҙар өсөн тренингтар башланды

Республика башлығы БРИКс журналы хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкәндә халыҡ-ара форумдар ваҡытында волонтерҙарға ҙур өмөттәр бағланыуы тураһында ла белдергән. Бөгөн улар өсөн тренингтар башланды. Волонтерҙар штабында бөгөн сағыштырмаса тынлыҡ. Иртәгәнән иһә бында ысын мәғәнәһендә эҫе көндәр башлана. Килешеү төҙөү, махсус кейем, башҡа кәрәк-яраҡтар, шулай уҡ саммиттар барышында бар кәрәкле мәғлүмәттәрҙе алыу өсөн  волонтерҙар штабҡа тәүлек әйләнәһенә мөрәжәғәт итә ала.Саммиттар ҡунаҡтарын ҡаршы алыу, урынлаштырыу һәм мәғлүмәт биреү нөктәләрендә эшләүсе волонтерҙарҙың тәүге төркөмдәре бөгөн ойоштороу мәсьәләләре, тышҡы ҡиәфәт кеүек ғәмәли бурыстарға ҡағылышлы махсус белешмәләр алды. Функциональ күнегеүҙәрҙе барыһы 600 — волонтерҙарҙың 500 кешенән торған төп составы һәм йәнә 100 кеше үтергә тейеш. Дөйөм ҡағиҙәләр махсус белешмәгә тупланған. Волонтер өсөн иң мөһиме алсаҡ йөҙ һәм яғымлылыҡ, — ти Рәсәй йәштәр союзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Диана Вәлиева. Башҡортостанда донъя кимәлендә ойошторолған төрлө саралар үткәне һәм унда волонтер булараҡ ҡатнашып тәжрибә туплаған йәштәр бар, әммә сәйәси һәм дипломатик йүнәлештәге мәртәбәле йыйын айырым әҙерлекте талап итә. Волонтерҙар дипломатик протокол нормаларын белергә, үҙен тыйнаҡ тоторға, мәҙәниәтле булырға һәм ниндәй шарттарҙа ла етеҙ эш итергә тейеш. Саммиттар барышында килеп тыуған һорауҙар менән һәр волонтер Башҡорт дәүләт университеты бинаһында урынлашҡан махсус штабҡа мөрәжәғәт итә йәиһә ҡыҙыу телефон һандарына шылтырата ала. 6-сы июлдән алып штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй. 



Последние новости

Яндекс.Метрика