Яңауыл районында яңы мәктәп үҙ ишектәрен асты

Ул 120 урынға иҫәпләнгән. Быйылғы белем көнө Борай районы өсөн дә айырыуса иҫтәлекле булды. Илдан Латыпов быйыл беренсе класҡа уҡырға барған. Тәүге көндә үк уға урындағы мәғариф идаралығы исеменән бүләк тапшырғандар. Малайҙың ҡыуанысының сиге юҡ. Етмәһә, ул яңы мәктәптә уҡыясаҡ.   Мәктәп 120 балаға иҫәпләнгән. Әле 103 уҡыусы белем ала, уларҙың 13-сө яҡын-тирәләге ауылдарҙан. Күрше ауылдан белем усағына балаларҙы автобус йөрөтә.Донъя иҡтисади көрсөк кисереүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостан социаль йөкләмәләрен тулыһынса үтәп килә. Балалар баҡсалары, дауаханалар төҙөлә, юлдар һалына.  Яңауыл районы Һыуһаны-Ябалаҡ ауылында асылған ике ҡатлы мәктәп быға дәлил.Беренсе тапҡыр парта артына ултырған малай һәм ҡыҙҙар өсөн был көн айырыуса иҫтәлекле. Беренсе класҡа килгән Илдан Латыпов кеүек тағы ла 12 балаға матур бүләктәр алып һөйөндө. Яңы мәктәп асылыу менән мөмкинлектәр ҙә киңәйә. Балаларға дәрестән һуң шөғөлләнергә иркен спорт һәм концерт залы бар. Тимәк, уҡыусылар буш ваҡыттарын юҡҡа үткәрмәҫ тигән ышаныс бар.Борай районы Кәшкәләү мәктәбе уҡыусылары өсөн дә быйылғы белем байрамы иҫтәлекле булды. Балалар патриотик юҫыҡта тәрбиәләнеп үҙҙәренең тарихын белеп үҫәсәк. Ошо ауылда тыуып үҫкән   Советтар Союзы геройы Закиров Әхмәт Закир улына таҡтаташ асылды.Уҡытыусылар әйтеүенсә, бындай мәктәптә белем алған,  үҙ ауылы геройҙарын белеп үҫкән уҡыусыларҙың дөрөҫ тәрбиә алырында һәм үҙ иленең патриоты булырында шик юҡ.

Яндекс.Метрика