Янғындан зыян күреүселәр ярҙам алды

Ауыл халҡы бурҙан ҡала уттан ҡалмай тигән мәҡәлдең дөрөҫлөгөнә үҙ миҫалында инанды. Август баштарында сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә бер-нисә ғаилә йорт-ҡаралтыһыҙ тороп ҡалды. Ошонан һуң беҙҙең телекомпания фажигәғә тарыусыларға ярҙам акцияһын иғлан итте. Изге эшкә  бик күп кеше ҡушылды. Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылындағы янғын республика халҡын тетрәндерҙе. Бер-нисә ғаиләнең йорто янып көлгә әйләнде. Улар урамда тороп ҡалды. Фажиғәнән һуң беҙҙең телекомпания зыян күреүселәргә ярҙам акцияһын иғлан итте. Бәләгә тарыған халыҡ яҙмышына республика йәмәғәтселеге битараф ҡалманы.Ике аҙна эсендә оло йөрәкле баш ҡала халҡы Иҫке Монасипта янғындан ҡаза күргән ғаиләләргә аҡса һәм әйберҙәр йыйҙы. Беҙҙең мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылыусылар бихисап хужалыҡ тауарҙары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, һауыт-һаба килтерҙеләр. Кескәйҙәр өсөн хатта уйынсыҡтар ҙа бар.Ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың күбеһе бындай фажиғәне үҙҙәре башынан үткәргән һәм шуға ла иҫке монасиптарҙың ниндәй хәлдә ҡалыуын яҡшы аңлай.Гуманитар ярҙам тейәлгән машина 300 км ашыу юл үтеп, ауылға барып етте. Йыйылған ярҙамды районда ойошторолған махсус комиссия ғаиләләргә тапшырасаҡ.  Урамда ҡалған ғаиләләр ваҡытлыса туғандарында, күршеләрендә урынлашҡан.Был янғындан ауыл хакимиәте башлығының ғаиләһе лә ҡаза күргән, уларҙың бәләкәй йорттары, һарай, кәртә-ҡураһы янған. Ҡазаға тарыусыларға ярҙам маҡсатынан, урман хужалығы министрлығы өс йортҡа 120-шәр кубометр ҡарағай, икеһенә 150 кубометрҙан ҡатнаш урман бүлгән. Кисә генә улар рөхсәт ҡағыҙы алғандар. Ул яңы өйҙәр, һарай-мунса һалыу өсөн тотоноласаҡ. Әммә быйыл ҡышҡа тиклем төҙөү мөмкинлене юҡ. Хәҙер Иҫке Монасиптар бындай ҡот осҡос фажиғәләрҙе  иҫкәртеү яғын ҡайғырта. Водитель танытмаһы булған егеттәрҙән ирекле дружина булдырылған. Иҫке Монасиптағы ғәҙәттән тыш хәл, янғын һүндереүсе махсус төркөм булдырыу кәрәклеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Ауыл халҡы ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерә. 

Яндекс.Метрика