Яңы быуын аккумуляторҙары

Өфө ҡалаһындағы химия институты ғалимдары яңы быуын аккумуляторҙары уйлап сығарған. Ғалимдар фаразлауынса, бындай ҡоролма 2020-2025-се йылдарҙа ҡулланыу табасаҡ. Яңы аккумуляторҙарҙы Өфө химия институты профессоры Владимир Колосницин уйлап таба. Аккумуляторҙар тәү ҡарауға ябай ғына система ярҙамында уйлап сығарылған төҫлө. Был аккумуляторҙың көсө ҡурғашҡа ҡарағанда 20 тапҡырға, литийға ҡарағанда ике-өс тапҡырға күберәк. Әйтәйек электромобиль ошондай аккумулятор менән 500-600 км үтәсәк. Әлегә эште аҙағына еткергәнсе ярты юл ғына үтелгән, ти химиктар. Институт үҙебеҙҙең илдәге компаниялар, университеттар менән генә түгел, ә сит илдәр менән дә хеҙмәттәшлек итә.  Аккумуляторҙарҙың күләмен арттырһаң, приборҙар оҙағыраҡ эшләй, хаҡы ла арзаныраҡ буласаҡ, тип фаразлай институт ғалимдары. Өфө химия иниститутындағы асыштарҙы тиҙҙән кеҫә телефондарында, электромобилдәрҙә лә ҡуллана башлаясаҡтар. Улар арзаныраҡ һәм уларҙың энергия күләмдәре лә күберәк. Химия институты ғалимдары электр энергияһын күпләп туплай ала торған сығанаҡҡа ҙур аҙым яһаған. Киләсәктә оҙаҡҡа етә торған аккумулятор үҙ ҡулланышын табасағына шик юҡ.

Яндекс.Метрика