Яңы уҡыу йылы башланырға ике аҙна самаһы ваҡыт ҡалды

Мәктәптәр уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор республика белем биреү учреждениеларының әҙерлек кимәлен координация кәңәшмәһендә тикшерҙе.Мәктәптәрҙе уҡыу йылына әҙерләү биналарҙың эске биҙәлешен яңыртыуҙан һәм капиталь төҙөкләндереүҙән башлана. Был бурыстар бөгөнгә тулыһынса үтәлгән. Ремонт өсөн бюджеттан 369 миллион һум аҡса тотонолған. 1448 мәктәптә төҙөкләндереү эштәре тамамланһа, 1-се сентябргә республика буйынса ике өр яңы мәктәп асыласаҡ.  Быйылғы уҡыу йылында республика мәктәптәре 439 мең уҡыусыны ҡабул итәсәк. Беренсе класҡа иһә 49 мең 500 бала көтөлә, былтырғы менән сағыштырғанда был 3 мең кешегә күберәк. Белем биреү учреждениеларын бер сменалы эшкә күсереү маҡсатына ҡамасаулаһа ла, балалар һанының артыуы беҙҙең өсөн һөйөнөслө күренеш, ти республиканың мәғариф министры.Уҡыу йылына әҙерлек барышында быйыл балалар именлеген һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә. Туҡланыу, медицина хеҙмәтләндереүе, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре яуаплы ойошма вәкилдәре генә түгел, уҡытыусылар, балалар һәм ата-әсәләр өсөн дә мөһим мәсьәлә. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн берҙәм эш итеү зарур. Мәктәптәрҙә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм янғын хәүефһеҙлеге сараларын тикшереү дауам итә. Янғын осрағында кеше факторын ҡалдырмау өсөн һәр мәктәп сигнализация селтәрен янғын һүндереүселәр пультына тураға тоташтырыу әмәлен күрергә тейеш. Был бюджеттан 400 миллион һум самаһы өҫтәмә сығымдар талап итһә лә, ғүмер именлеге өсөн мотлаҡ сара. Балаларҙың юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы булараҡ хәүефһеҙлеге лә иғтибар үҙәгендә ҡала. Һуңғы йылдарҙа юл фажиғәләрендә һәләк булған йәиһә йәрәхәт алған балалар һанының артыуы ысынлап та кисектергеһеҙ саралар күреүҙе талап итә. 25-се авгусҡа республика мәктәптәре уҡыу йылына тейешенсә ҡабул ителәсәк. Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә әҙерлек эштәренә йомғаҡ яһалып, яңы уҡыу йылына бурыстар билдәләнәсәк. Республика мәктәптәренең яңы уҡыу йылына әҙерлеге төҙөкләндереү эштәре менән генә сикләнмәй. Тәү сиратта балаларҙың именлеге мөһим. Шуға ла әҙерлек барышында янғын хәүефһеҙлеге, юл хәрәкәте именлеге, туҡланыу, медицина хеҙмәтләндереүе кеүек мәсьәләләргә ҙур иғтибар бирелә. 

Яндекс.Метрика