Яңы уңыш – яңы хаҡтар

Кибет кәштәләренән ҡарабойҙай, дөгө ярмаларын, шәкәрҙе юғары хаҡҡа һатыу күҙәтелә. Лиана Кәлимуллина йыл да ошо ваҡытта ҡайнатмалар әҙерләй. Йәйге муллыҡтан файҙаланып еләк-емештән татлы ризыҡтар бешерә.  Был юлы ла шулай. Тик сливаны эшкәртергә әҙерләгәс кенә шәкәр юҡлығы асыҡлана. Өйҙә генә түгел, кибеттә лә. Ғәҙәттә тап еләкле айҙарҙа шәкәргә ихтыяж арта. Әмәлгә ҡалғандай, һатыуҙа уның күләме кәмей. Белгестәр быны шәкәр эшкәртеүсе предприятиеларҙа ваҡытлыса сеймал тамамланыуы менән аңлата. Татлы ризыҡ шуға ҡиммәтләнә. Июль айында ғына шәкәр хаҡы 3 процентҡа, тиерлек артҡан.Хаҡтарҙың үҙгәреп тороуына яраҡлашып өлгөрмәгән хужабикәләргә лә ҡыйынлыҡтан ҡотолоу сараһы бар. Еләк-емеште киптереп йәиһә туңдырып ҡуйырға мөмкин.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хаҡтарҙы туңдырып булмай. Баҙарҙа тауар ҡиммәтенә ихтыяж менән тәҡдим генә түгел, төрлө иҡтисади сәбәптәр ҙә йоғонто яһай. Республикала етештерелгән аҙыҡ-түлектең хаҡы сит ил ризыҡтары кеүек валюта кимәленә түгел, ә миҙгел үҙенсәлектәренә бәйле үҙгәрә.Әлегә иһә һатып алыусылар картуфтың килограмы өсөн 50, кишер — 65, бер баш һарымһаҡ өсөн 35 һум сығарып һалырға мәжбүр. Улар сифатлы, яңы йыйып алынған, бары беҙҙә үҫтерелмәгән, ти һатыусылар.Ярма, көнбағыш майы, шәкәргә республика ҡалаларындағы хаҡтар Өфөләгенән күпкә айырыла, ти башҡала ҡунаҡтары. Күмәртәләп алһаң тағы ла осһоҙораҡ килеп сыға.Дәүләт статистика федераль хеҙмәтенең Башҡортостан төбәк бүлеге мәғлүмәттәре буйынса  үткән июль айында картуф, һарымһаҡ, кишергә хаҡтар 11- 25, алмаға – 7, әфлисунға 26,7 процентҡа артҡан. Шулай уҡ бойҙай оно, сәй, татлы ризыҡтар, туңдырма ҡиммәтләнгән.Үрләү генә түгел, хаҡтарҙың түбән кимәле лә теркәлә. Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә үҫтерелгән сөгөлдөр, кәбеҫтә, помидор, ҡыярҙың хаҡтары 12-нән 39 проценткаса кәмегән. Лимон, виноград, банан кеүек тиҙ боҙолоусан тауарҙар ҙа осһоҙланған. Тауыҡ йомортҡаһына, ҡайһы бер төр ярмаларға ла хаҡ төшкән. Белгестәр баҙарҙа хаҡтар артыҡ үҙгәрмәй, хәл ҡәҙимгесә ҡала, тип тынысландыра. 

Яндекс.Метрика