Ярҙам талап ителә

Бөгөн Бөрйәндәге Иҫке Монасип ауылында өмә үтә. Бында утта янып юҡҡа сыҡҡан дүрт өй-ҡаралты урыны тәртипкә килтерелә. Ҡазаға тарыусы хужалыҡтарға ярҙам маҡсатынан, урман хужалығы министрлығы 150 кубометр ағас бүләсәк. Ул яңы өйҙәр, һарай-мунса һалыу өсөн тотонола. Бөрйән районында йорт ҡаралтыһыҙ ҡалыусыларға һеҙ ҙә ярҙам итә алаһығыҙ. 14 кеше, шул иҫәптән 4 бала янғын сәбәпле урамда тороп ҡалды. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, республикала мәрхәмәтле һәр кем уларға ярҙам итә ала. Бәләгә тарыусыларға һауыт-һаба, кейем-һалым, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, төҙөлөш материалдары менән һәм аҡсалата ла ярҙам итергә мөмкин. Был акцияға беҙҙең телеканал да ҡушыла.  Беҙҙең телефон 295-98-73.

Яндекс.Метрика