Йәмәғәт эшмәкәре Рәсимә Ураҡсина арабыҙҙан китте

Республика йәмәғәслеге ҙур юғалтыу кисерҙе. Ҡатыу ауырыуҙан һуң, 65-се йәшендә  билдәле шағирә һәм педагог Рәсимә Ураҡсина арабыҙҙан китте. Рәсимә Минибулат ҡыҙы 1950-се йылда Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, Сибай педагогия училищеһында уҡыта. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназияла, Башҡорт дәүләт Педагогия Университетында, Мәскәүҙәге  Щепкин исемендәге юғары театраль училищела эшләй. Рәсимә Ураҡсина балалар өсөн яҙған шиғырҙары менән дә һөйөү яуланы. Уның шиғырҙарына байтаҡ йырҙар яҙылған, балалар өсөн тиҫтәләгән китаптары донъя күрҙе.

 Шағирә, драматург, фольклорсы, тәржемәсе, Башҡортостан яҙыусылар берлеге ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, СССРҙың мәғариф отличнигы, башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм ҙур йөрәкле, күркәм шәхес Рәсимә Ураҡсина менән хушлашыу иртәгә 25-се август сәғәт иртәнге унда Башҡортостандың яҙыусылар берлегендә үтәсәк.

Яндекс.Метрика