К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Йәнә Урмандағы фажиғә тураһында...

Иглин районы Урман ауылындағы фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек инде. Билдәһеҙ газ менән ағыуланған Александр Тепловты бөгөн ерләйҙәр. Аталы-уллы Имаевтар Өфөнөң 21-се дауаханаһында ҡала. Табиптар уларҙың хәлен уртаса ауыр, тип баһалай.

Урман ауыл фельдшер пункты табибы Лариса Мәмлиева йәш егетте ҡотҡара алмауына һаман үкенә. Сашаны бик һуң сығарҙылар, күрһәтелгән тәүге медицина ярҙамының һөҙөмтәһе булманы, ти. Һәләкәт урынынан алыҫ түгел бинанан табиптар шунда уҡ ярҙамға ташлана, йыйылған халыҡ та  ҡазаға тарыған ауылдаштарын ҡотҡарырға бар тырышлығын һала.  Телевизор еҫтәрҙе тапшыра алһа Урман ауылының ниндәй һауа һулауы аңлашылыр ине. Бында йәшәүселәр йыл әйләнәһенә билдәһеҙ газдар һөжүменә ҡаршы тора. Яҡындағы күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең зарын барыһы ла аңлай. Канализация коллекторҙары йыш бысрана, тығылып ташмаһын өсөн уларҙы даими таҙартып торорға тура килә. Эшселәр иһә үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Хәүефһеҙлек сараларын уйлап тормаған саҡтары ла бар. Бәлки, ул саҡта ла сантехниктарҙың противогаз, респиратор кеүек һаҡланыу саралары булмағандыр. Хәйер, эшселәргә задание биргән Коммунальщик ойошмаһы етәксеһе фекеренсә, Теплов менән Имаевтар ҡоҙоҡҡа үҙ белдеге менән төшкән. Юрий Ивановичтың белдереүенсә, ойошмала 16 йыл эсендә эшселәрҙең һәләк булыуы түгел, эш урынында йәрәхәт алыу осрағы ла теркәлгәне юҡ. Коммунальщик 3 йыл элек тарҡатылған хәрби частың ташландыҡ канализация селтәрен хеҙмәтләндерергә мәжбүр. Барыһы ла шул серек торбалар арҡаһында килеп сыҡты, ти етәксе. Фажиғә сәбәптәре бөгөн төрлө яҡлап тикшерелә. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлауҙы күҙәтеү ойошмаһы белгестәре канализация ҡоҙоғонан һауа өлгөләрен һынауға алды. Тәфтишселәр тикшереү алып бара. Урман ауылында иһә бөгөн һәләк булған Александр Теплов менән хушлашалар. Ә дауаханалағы ауылдаштары Данил менән Марат Имаевтарға сәләмәтлек теләйҙәр. Уларҙың шаһит күрһәтмәһе фажиғәле хәлгә асыҡлыҡ индерергә тейеш.   

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика