Йәшел дерби

Бөгөн Өфө-Аренала аншлаг көтөлә. Кисен бер-береһен һәр ваҡыт еңергә тырышҡан командалар — Салауат Юлаев һәм Аҡ Барс осраша. „Йәшел дерби„ тип аталған был уйынға юлаевсылар ретро-кейемдә сығасаҡ. Матч киске сәғәт етелә башлана. Клубтар быға тиклем ниндәй һөҙөмтәләргә ирешкән һәм бер-береһе менән нисек уйнаған. Ике клуб араһындағы уйынды Өфө көйәрмәндәре һәр ваҡыт көтөп ала. Сөнки, күрше республика командалары бер-береһе менән электән көс һынаша. Салауат Юлаев клубының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, юлаевсылар боҙға 70 йылдарҙағы кейем өлгөһө менән сығасаҡ. Өфө клубы уның менән миҙгел алды турнирында уйнағайны. Был юлы ла хоккейсылар тик еңеүгә өмөт итә. Был миҙгелдә командалар бер тапҡыр осрашты. Унда юлаевсылар көслөрәк булып сыҡты, Ҡаҙанда үткән осрашыуҙа Башҡортостан хоккейсылары 4-3 иҫәбе менән еңеү яуланы. Тик, ҡунаҡтар бирешергә уйламай. Командалар 2008 йылдан алып 42 тапҡыр осрашҡан. Статистика буйынса, еңеүҙәр бер тигеҙ. 21 тапҡыр Өфө клубы уңышҡа ирешкән, шул уҡ күрһәткес Ҡаҙан хоккейсыларында. Салауат Юлаев командаһының баш тренеры Игорь Захаркин да уйындың мөһимлеген билдәләне, ләкин, серҙәрен асманы. Уның әйтеүенсә, уйынға айырым әҙерлек алып барылмай, әммә, сюрприз буласаҡ. Әйткәндәй, уйынға билеттар уҙған аҙнала уҡ һатылып бөткән. Бөгөн ресторанда бер нисә урын тәҡдим ителгән, улары ла тиҙ арала таралған. Салауат Юлаев клубының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ложаларға ҡиммәтле билеттар бар әле. 



Последние новости