Юл-транспорт фажиғәләре

Бөгөн Өфөгә көнъяҡтан ингән өлөштә еңел автомобилдәр ҡаты бәрелеште. Зәки Вәлиди урамында ике сит ил автомобиле зыян күрә. Ҡаланан сығып барған Датсун автомобиле ҡаршыһына Хендай акцент машинаһы бәрелә. Һөҙөмтәлә япония автомобиле юлдың ҡаршы яғына барып сыға. Уның пассажирҙары салонда ҡыҫылып ҡала. Кешеләрҙе сығарыу өсөн ҡотҡарыусылар ярҙамы талап ителә. Һәләк булыусылар юҡ. Хәбәрҙәрҙең үткән сығарылышында ғына беҙ мәктәп тирәләй һәм уҡыу йорттарына барыусы юлдарҙа уҡыусылар һәм ата-әсәләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү сараларын күреү зарурлығы тураһында иҫкәрткәйнек.  Кисә башҡалала йәнә күңелһеҙ осраҡ теркәлде.  Өфөнөң Бикбай урамында Газель машинаһы балалы ҡатынды төкәткән. Йәйәүлеләр зебранан юл аша үтеп барған.   Ҡатындың ҡыҙын етәкләп юлды сығып барыуы видеотеркәүескә төшөрөлгән. Йөк машинаһы кешеләрҙе боролоштан һуң йәйәүлеләр киҫелешендә төкәтә. Әсә юлға йығыла, бала иһә камера күҙлегенән ситтә ҡала. Өфө дәүләт автоинспекцияһы был ғәҙәттән тыш хәлгә әлегә аңлатыу бирмәгән.



Последние новости