Йыл башынан республикала 700 авария теркәлгән

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы ҡануниәтте көйләү буйынса эш төркөмө булдырылды. Уның тәүге ултырышында, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын кәметеү һәм кире статистиканың сәбәптәрен асыҡлау йәһәтенән кәңәшмә үтте. Шулай уҡ  Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре “Йәйәүле” операцияһын башланы. Йыл башынан республикала 700 авария теркәлгән. Уларҙа 900-гә яҡын кеше зыян күрһә, шуларҙың 123-ө үлем менән тамамланған. Һуңғы ике йылда был күрһәткес 9 процентҡа кәмеүе күҙәтелһә лә, күңелде өшөткөс хәлдәр ҡабатлана килә. Ҡануниәт ҡәтғиләнгән һайын, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусылар һаны ла арта. Мәҫәлән, бер йыл эсендә Башҡортостан халҡының өстән бер өлөшө административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Юл хәрәкәтендәге административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы автоматик теркәү үҙәге компьютерҙарына минут һайын килеп торған  фотолар быға дәлил.Ҡағиҙә боҙоуҙы теркәү үҙәгенә Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Туймазы һәм Октябрь ҡалаларында урынлаштырылған камераларҙан мәғлүмәт килә. Инспекторҙар бер генә тәүлек эсендә уртаса бына ошондай 7 мең хат әҙерләй. Башҡортостанда барыһы 180 фото һәм видео теркәү станция урынлаштырылған. Киләсәктә уларҙы 800-гә тиклем еткереү ҡаралған. Был иһә аварияларҙы кәметер тигән ышаныс бар. Йәйәүлеләрҙең дә юл ҡағиҙәләрен үтәмәүе һәм авария тыуҙырыу осраҡтары йышайҙы. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре “Йәйәүле” операцияһы барышында шундай хәлдәрҙе иҫкәртеү, аңлатыу эштәре алып барыу һәм яҡтылыҡты кире ҡағыусы фликерҙарҙы ҡулланыу тураһындағы ҡанундың үтәлешен тикшереүгә йүнәлтмәксе. Төндә үткәрелгән рейд ваҡытында яҡтылыҡты кире ҡағыусы элементы булған бер йәйәүле лә осраманы. Юлды ярамаған урындан үтеүселәр, йә иһә хәрәкәт ағымында ҡайҙа барғанлығын да онотоусылар үҙ язаһын алды. Эңерҙә һәм ҡараңғы төшкәс яҡтылыҡты кире ҡағыусы элементтары булған кейемдәр кейеүҙең, беләҙектәр, стикерҙар һәм фликерҙарҙы тағыуҙың балаларға ғына түгел, өлкәндәргә лә йөрөтөү ни тиклем мөһим булыуын киләһе кадрҙарҙы күрергә мөмкин. Машиналар һаны күбәйгән һайын юлда көсөргәнешлек арта. Бындай шарттарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү — ошо эш өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙең генә түгел, ә бөтә водителдәр, йәйәүлеләрҙең, тимәк, тотош йәмғиәттең мөһим бурысы.



Последние новости

Яндекс.Метрика