Йылайыр районында саранча буйынса ғәҙәттән тыш хәл индерелде

Өфөлә ямғыр яуһа, көньяҡ райондарҙа эҫе көндәр һаҡлана. Ошо сәбәпле республиканың тағы ла бер төбәге-был юлы Йылайыр районында саранча буйынса ғәҙәттән тыш хәл индерелде. Әле Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура райондарында был ҡоротҡостарға ҡаршы эҙмә-эҙлекле көрәш алып барыла. Бөжәктәр бөгөнгә утыҙ һигеҙ мең гектарҙы юҡҡа сығарған. Сәселгән  баҫыуҙарҙы тикшереү, зыян күләмен асыҡлау махсус төркөмдәргә йөкмәтелгән. Ҡара сиңерткәләр эҫе ваҡытта әүҙемләшә. Һауа температураһы 28-ҙән ашһа һөжүмгә күсәләр. Тәндәре кибеп һыуға сарсаһа улар йәшел үләндең һутлы һабаҡтарынан дым ала.



Последние новости