Йылдан-йыл ураҙа тотоусылар арта

Рамаҙан айының бөгөн һигеҙенсе көнө. Йылдан-йыл ураҙа тотоусылар арта. Уларҙың араһында йәштәр ҙә бик күп. Башҡортостан мосолмандары диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, эҫе көндәрҙе күптәр һынау ҡабул итә.  Башҡортостандың артҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет таң менән концертҡа йыйынмай, ул иртәнге сәхәр ашарға әҙерләнә. Сәғиҙулла Байегет  дин юлына баҫҡас ҡына фани донъяның ысын ҡиммәттәрен аңлай башлаған. Ураҙа тотҡанда бар нимәнең ҡәҙерен белергә өйрәнәһең, ти ул. Көн дауамында етерлек көс һәм энергия тупланһын өсөн таң алдынан мотлаҡ   ашарға  кәрәк. Сәхәр сәйе эскәндән һуң, ураҙаны ниәт әйтеп башлайҙар. Ашауҙан, эсеүҙән, нәфсенән тыйылған кеше тормош ауырлыҡтарына ла сабыр булырға өйрәнә, рухы нығый. Ошо сифаттарҙы үҙ итеү күптәрҙе ислам диненә этәрә. Быйыл Рамаҙан айы йәйҙең уртаһына, иң оҙон көндәргә һәм ҡыҫҡа төндәргә тап килә. 20 сәғәтлек көн оҙонлоғо ураҙа ваҡытына 30 йылға бер тапҡыр була. Һауа температураһының  булыуы ураҙа тотоусыларҙан ҙур түҙемлелек, сабырлыҡ талап итә. Көнбайыш Африканың Мали республикаһынан килгән Мамаду өсөн беҙҙәге эҫе һауа шарттары ғәҙәти хәл. Тыуған йортомдан йыраҡ булһам да, был изге ғәмәлде башҡарыу мөһим, ти ул.Ураҙа сәхәрҙән ифтарға тиклем дауам итә. Ҡояш байыу менән ифтар башҡарыла. Ауыҙ асыуға башҡа мосолмандар менән бергә ултырыу яҡшыраҡ. Күбеһенсә был ғәмәл мәсеттәрҙә башҡарыла.Туҡай мәсетендә ҙур ҡаҙанда киске аш әҙерләйҙәр, өҫтәлдәргә төрлө тәмле ризыҡтар ултырталар. Ифтар табыны көн һайын 150-нән ашыу кешене туплай. Рамаҙан айы дауамында республика мәсеттәре мосолмандарҙы ифтарға йыя. Унда ураҙалағы һәм төрлө сәбәптәр буйынса ураҙа тота алмағандар ҙа бер өҫтәл артында йыйылып киске аштан ауыҙ итә. Һуңынан улар бергәләшеп тәрәүих намаҙын уҡырға мәсеткә инә. Сөнки бергә йыйылып йәмәғәт менән уҡылған намаҙҙың дәрәжәһе 27 тапҡырға ҙурыраҡ һәм сауаплы һанала.  Көнө буйы ризыҡтан, һыуҙан тыйылып йөрөгәндән һуң, ифтар ваҡытында рәхәтләнеп һыйланыу кешене күп нәмәгә өйрәтә: булғандың ҡәҙерен белергә, юғына сабыр итергә. Иң мөһиме, Аллаһ ризалығына ирешәһең.

Яндекс.Метрика