Законһыҙ индерелгән тауарға ҡаршы көрәш

Бөгөн республика йортонда сәнәғәт тауарҙарының законһыҙ әйләнеше менән көрәшеү буйынса комиссияның беренсе ултырышы үтте. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге кәңәшмәлә Рәсәйҙәге һәм республикалағы хәл тикшерелде.Илдә ҡулланыусылар тауарҙарының 30-40 проценты легаль булмаған продукцияға тура килә. Уларҙың күп өлөшө кейем, аяҡ кейеме, балалар уйынсыҡтары, аҙыҡ-түлек, спиртлы эсемлектәр һәм дарыуҙар. Башҡортостан иҡтисадына ла законһыҙ тауарҙар әйләнеше зыян килтерә. Мәҫәлән, беренсе ярты йылда 2 миллиард 608 миллион һумға текстиль продукция етештерелгән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 31 процентҡа күберәк. Әммә, күрһәткесте тағы ла яҡшыртырға мөмкин, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов контрафакт тауарҙарға вайымһыҙ булмаҫҡа, законһыҙ етештерелгән һәм индерелгән продукция менән аяуһыҙ көрәшергә саҡырҙы.Рәсәйгә законһыҙ етештерелгән һәм индерелгән тауарҙарҙың хаҡы триллион һумға баһалана. Шул сәбәпле ил ҡаҙнаһына йыл һайын 200 миллиард һум һалым инеп етмәй.



Последние новости