Таштан парк

Кешелек элек-электән таштарҙың көсөнә ышанған  һәм уларға табынған. Таштарға бәйле тарихи урындар ҙа, таш һындары менән дан тотҡан  илдәр ҙә күп. Тәбиғәт барлыҡҡа килтергәнме, оҫта ҡулдарымы — донъя мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән улар. Башҡортостанда ла тиҙҙән  таш һындар паркы барлыҡҡа киләсәк. Көсө, ғәйрәте менән Ағиҙелде боролоп үтергә мәжбүр иткән Ҡыҙҙар тауы Кушнаренко ауылының  барлыҡҡа килеүен дә, ундағы ваҡиғаларҙың да шаһиты. Бында йәшәгән кешеләр уның текә итәгенә сығып уйҙарын йылға тулҡындарына һалырға ярата. Илфир Хәйруллин да уның тартыу көсөнә ҡаршылашып тормаған. Ә, киреһенсә, кеше килгән урынды матурлауға тотонған.Башта 170  баҫҡыс барлыҡҡа килә. Таш киҫәктәрен ер ҡатламынан таҙартҡандан һуң оҫта йоҡлап ятҡан бесәй, аждаһа балаһын юна. Уның өҫтөндә крокодил ята. Ниндәй образ булырын һәр таш үҙе үк әйтеп тора, ти ул. Әлегә башланмаған композиция — филдәр ғаиләһе. Ә уларҙың аръяғында ниндәй сүрәттәге таштар асылырын әйтеп булмай. Ярҙамсылары эште тамамлауға улары ла образ алыр. Урынында ныҡ ятмаған таштарҙы егеттәр баҫтырып ҡуя — улар тиҙҙән аттарға әйләнәсәк. Бер аҙ ситтәрәк, ағас ботаҡтарына йәшеренеп оялсан һыу инәһе  оҫта ҡулдарын көтә. Ул да ял итеүселәр менән бергә Ағиҙелде күҙәтәсәк. Мысырҙағы пирамидалар ошондай таштарҙан күтәрелгән, тип уртаҡлаша Илфир Хәйруллин. Уның һүҙҙәренән һуң был урындың айырым бер көсө барлығына тағы ла бер  инанаһың. Эргә-тирәләге кешеләр ҙә эштең барышы менән ҡыҙыҡһынып Ҡыҙҙар тауы ҡаяһына йыш килә. Ҡул көсө менән дә, матди яҡтан да ярҙам итергә теләүселәр бар. Район  хакимиәте лә әүҙем ҡушылған — яҡшы күтәрмәләр, һуҡмаҡтар һалыу, яҡтыртыу — ғөмүмән ял итеү өсөн бөтә шарттар булдырыуға аҡса бүленәсәк. Ҡая урындағы халыҡтың яратҡан урындарының береһе. Тапалып бөткән һуҡмаҡтар ҙа ошо турала һөйләй. Таш һындар паркы асылғандан һуң, был урынға ҡарата халыҡтың мөхәббәте тағы ла көсәйер, тип көтә оҫта. Уға ҡарата һаҡсыллыҡ та бермә-бер артырына ышана.

 

<![CDATA[]]>
<![CDATA[]]>
Читайте нас в Яндекс.Новостях
Яндекс.Метрика