"Торатау" геопаркы

Торатау биләмәһе Рәсәйҙә иң уникаль геопаркы буласаҡ. Был турала Радий Хәбиров тематик кәңәшмәлә белдерҙе. Республика етәксеһе билдәләүенсә, геопаркка инвесторҙар йәлеп итеү өсөн инфраструктура булдырыу зарур. Проекттың концепцияһын Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре Сергей Капков тәҡдим итте. Ул биләмәне үҫтереү буйынса эшсе төркөмдө етәкләй. Геопарк составына билдәле тәбиғәт һәйкәлдәре, геологик, биологик, тарихи әһәмиәткә эйә бихисап урындар индерелгән. Шул иҫәптән Торатау, Йөрәктау, Усолка геологик киҫелеше, “Красноусольск” шифаханаһы һәм “Еҙем” тәбиғәт паркы. Буласаҡ геопарктың майҙаны 4 мең квадрат метрҙан ашыу. Уның проектын сентябрь аҙағында Испанияла үтәсәк Европа геопарктарының 15-се конференцияһында тәҡдим итәсәктәр.  Торатауҙа әүлиәләр рухы йәшәй. Шуға күрә башҡорттар был тауға әйткән нәҙерҙәрен үтәгәс, изге ниәт ҡылып, доға уҡып менер булған. Торатауға көн һайын Башҡортостандың район-ҡалаларынан халыҡ ағыла. Эш көндәрендә лә тотош ғаиләләре менән йыйылалар. Милләттәштәребеҙ элек-электән Торатауҙы изге урын тип һанаған. Торатауға көн дә йөҙәрләгән кеше артылғанын статистика ла дәлилләй.. Ә йәйен сәйәхәтселәр һаны меңдән дә ашып китә. Торатау – Башҡортостан тәбиғәтенең уникаль ҡомартҡыларының береһе. Ул Ишембай районында Ағиҙел йылғаһынан алыҫ түгел Туғар һалған күле буйында урынлашҡан. Тауҙың бейеклеге Ағиҙел кимәленән 275 метр, оҙонлоғо 1 километр 200 метр, киңлеге 800 метр. Халыҡ өсөн Торатау көс сығанағы. Тауҙы ғына түгел, уның янындағы тәбиғәтен дә һаҡлап-ҡурсалап торалар. Емеш-еләк, үлән байлығын үҙ мәнфәғәтендә файҙалана. Инде 70-ен ҡыуалаған Фәниә Рәшитова шифалы үләндәр менән сир дауалай, сырхауҙарҙы һауыҡтыра. Торатау битләүендә Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ингән 19, ә Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабындағы 10 төрлө  үлән үҫә. Йәмғеһе бында үләндәрҙең 100-ҙән ашыу төрө бар. Фәниә Рәшитова 12 үләндән сәй әҙерләп эсә. Ул һаулыҡҡа файҙа һәм тәнгә сафлыҡ бирә, ти. Ағинәй үләндәрҙән бер-нисә төнәтмә эшләй. Улары ла төрлө сирҙәрҙән дауа һәм сәйәхәтселәр араһында мотлаҡ ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ, тигән фекерҙә ханым. Йәйен Торатауҙа сит ил туристары ла була. Әммә, әлегә уларҙың һаны аҙыраҡ. Геопарк ойошторолоп, халыҡ-ара туризмды үҫтереү мөмкинлегенә өлгәшелһә, урындағы халыҡҡа, районға яңы мөмкинлектәр асыласаҡ. Быйыл йәй Торатау яны дәрәжә алды. Уның итәгендә йыл да республика йыйыны үтәсәк. Шуға халыҡ өсөн эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары, башҡа уңайлыҡтар хәстәрләнгән. Юл буйҙары тәртипкә килтерелгән. Шихан буйын 30 йыл буйы көтөүлек булараҡ файҙаланған Радик Арыҫланғәлин  хәҙер бында һаҡсы булып эшләй..  Йыл һайын транспорт һаны күбәйә, уның төрлөлөгө лә арта. Изге урынды тапамаһындар һәм үләндәрен теләфләмәһендәр өсөн Торатау тирәләй ҡанау ҡаҙып сыҡҡандар. Әммә, уның ғына ярҙамы теймәй. Уникаль тәбиғи ҡомартҡыны һаҡлап ҡалыр өсөн геопарк булдырыу иң яҡшы сараларҙың береһе, тип иҫәпләй ғалимдар. Торатау биләмәһе Рәсәйҙең иң уникаль геопаркы буласаҡ. Был турала Радий Хәбиров тематик кәңәшмәлә белдерҙе. Республика етәксеһе билдәләүенсә, геопаркка инвесторҙар йәлеп итеү өсөн инфраструктура булдырыу зарур. Әле “Торатау” геопаркын ойоштороу проекты әҙерләнә. Был эш өс ведомствоға йөкмәтелгән. Улар Юнескола таныныу өсөн досье ла туплай. Әйткәндәй, «Янған-Тау» ҙа Рәсәйҙә беренселәрҙән булып Юнесконың халыҡ-ара статусын алырға йыйына. Был ваҡиға киләһе йылдың башында көтөлә. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Әле шифаханала туристарҙы йәлеп итеү өсөн хәләл тауарҙарын етештереүсе комбинат төҙөлөшө бара. Янғантау һәм Торатау геопарк тип танылһа, был биләмәләргә айырым иғтибар биреләсәк. Икеһенә лә яңы үҫеш юлдары асыла, төбәктең инфраструктураһы камиллаша, тип күҙаллана. Геопарк статусы  республиканы донъя кимәлендә танытыусы мөһим ваҡиға буласаҡ.

 

<![CDATA[]]>
<![CDATA[]]>
Подпишитесь на нас в Google Новости
Выиграй пригласительный билет на 2 лица на балет Сотворение мира - 26 октября в Театре Оперы и Балета (Уфа) - 911691770 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика