«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында Илһам Шакировтың хәтер кисәһенә арналған матбуғат конференцияһы үтәсәк

  • «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында Илһам Шакировтың хәтер кисәһенә арналған матбуғат конференцияһы үтәсәк | ГТРК «Башкортостан»

13 ноябрҙә, «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында Рәшит Ваһапов исемендәге Халыҡ-ара татар йыры фестивале сиктәрендә Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы, легендар йырсы Илһам Шакировтың хәтер кисәһе уҙасаҡ.

Сара күптән түгел арабыҙҙан киткән артистың хәтерен мәңгеләштереү, шулай уҡ Башҡортостан һәм Татарстан халҡы араһындағы мәҙәни бәйләнештәрҙе артабан үҫтереү маҡсатынан үткәрелә. Мәшһүр йырсы хаҡында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Илһам Шакировтың Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүҙә өлөшө бик ҙур, уның йырҙарын һәр башҡорт һәм татар ғаиләһендә яратып тыңланылар» тип белдерҙе.

Хәтер кисәһендә билдәле башҡорт һәм татар сығыш яһаясаҡ, тип көтөлә. 

Илһам Шакировтың хәтер кисәһенә арналған матбуғат конференцияһы «Рәсәй» медиаүҙәгендә 31 октябрҙә үтәсәк.

Ҡатнашалар:

- Зиннәтуллин Ранэль Рубиль улы – Татарстан республикаһының Башҡортостандағы даими вәкиле;
 — Фәттәхов Рифат Әхмәт улы – Р.Ваһапов ис.фонд директоры, проект продюссеры; 
 — Ғәзиев Иҙрис Мөҙәрис улы — РФ-ң атҡаҙанған, БР-ң һәм ТР-ң халыҡ артисы, профессор;
 — Вәлиев Илһам Фәһим улы – БР-ң һәм ТР-ң атҡаҙанған артисы;
 — Сәйфетдинов Руслан Мөнир улы — Р.Ваһапов ис.фестиваль лауреаты (гран-при)

Башлана: 13.00  

Адрес: Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1 (Телеүҙәк)
Матбуғат саралары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренә инеү – хеҙмәт документы йә иһә, шәхес танытлығы буйынса.
Белешмәләр өсөн телефон: 246-50-75, 8-987-484-52-30

 

<![CDATA[]]>
<![CDATA[]]>
Читайте нас в Яндекс.Дзен
Яндекс.Метрика